Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Март 2023, 08:50

Алименттарҙы яңыса түләй башлауҙары мөмкин

Рәсәй Дәүләт Думаһы алимент түләүҙең яңы принцибын күҙ уңында тотҡан закон проектын индерҙе.

Алименттарҙы яңыса түләй башлауҙары мөмкин
Алименттарҙы яңыса түләй башлауҙары мөмкин

Был сумма бала йәшәгән төбәктәге уртаса йәшәү минимумынан 50% да кәм булмаҫҡа тейеш.

Яҡтарҙың матди йәки ғаилә хәлен һәм иғтибарға лайыҡ башҡа сәбәптәрҙе иҫәпкә алып, өлөштәр күләмен кәметергә йәки арттырырға мөмкин.

«Закон проекты баланың ай һайын минималь түләү алыуға хоҡуғын яҡлай. Алимент түләгән ата-әсә ҡатмарлы тормош шарттарында дәүләт яғынан ярҙам алыу хоҡуғын тормошҡа ашырырға хоҡуҡлы», — тип билдәләнә документта.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-03-28/r-s-y-alimenttar-y-ya-ysa-i-pl-rg-t-dim-ittel-r-3194657

 

Автор:
Читайте нас: