Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Февраль 2023, 18:00

2023 йылдың 1 ғинуарынан шәхси йорттарға газ үткәреүгә сертификат хаҡы арттырылды

2022 йылдың 6 декабрендә был Тәртипкә үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, ошоға тиклем сертификатҡа хоҡуҡтары булған граждандар категорияһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өҫтәлде (үҙ теләктәре менән барыусыларҙы ла ҡушып (доброволецтар), СВО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла хоҡуҡлы).

2023 йылдың 1 ғинуарынан шәхси йорттарға газ үткәреүгә сертификат  хаҡы арттырылды
2023 йылдың 1 ғинуарынан шәхси йорттарға газ үткәреүгә сертификат хаҡы арттырылды

Сертификатты алыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзаларының түбәндәге шарттарға тура килеүе мөһим:

-РФ гражданы булырға тейештәр;

-Башҡортостан Республикаһында даими йәшәргә тейештәр;

-газ үткәреүгә яраҡлы торлаҡ йорттоң милексеһе йәки шәхси йортта милексе булараҡ өлөшлө булырға тейеш;

-шул йортта СВО-ла ҡатнашыусы(лар) менән кәмендә 3 йыл бергә йәшәп ятҡан булырға тейештәр.

Элекке һымаҡ уҡ, күп балалы ғаиләләр, инвалидтар һәм инвалид балалары булғандар сертификатты айлыҡ уртаса килемдәре Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән уртаса йән башына килемдән (12 650 һум) түбән булған осраҡта ғына ала алалар.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре сертификаттарҙы бер ниндәй мохтажлыҡһыҙ алыуға хоҡуҡлы.
2023 йылдың 1 ғинуарынан шәхси йорттарға газ үткәреүгә сертификаттың хаҡы граждандарҙың барлыҡ категорияларына ла бер тигеҙ – 100 000 һум.

Сертификат алыу хоҡуғы шәхси йорт милекселәренең береһенә генә бирелә. Ғариза биреүсе сертификат алыу хоҡуғы менән бер тапҡыр ғына файҙалана ала.

Ғариза биреүсене сертификат менән тәьмин итеү маҡсатында иҫәпкә ҡуйыу мәсьәләһе ғариза нигеҙендә ГКУ РЦСПН филиалы тарафынан ғәмәлгә ашырыла.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: