Социаль фонд аша балаларға тәғәйен барлыҡ түләүҙәр бынан ары бер көндө генә – үткән ай өсөн һәр яңы айҙың өсөнсө көнөндә күсереләсәк.
Ағымдағы йылдың ғинуарынан 3 йәшкә тиклемге тәүге балаға ай һайын бирелә торған түләүҙәр халыҡты социаль яҡлау органдарынан Рәсәй Социаль фондына тапшырылды. Шуға бәйле, ата-әсәләргә ғинуар өсөн пособиеларҙы түләү 18 ғинуарҙан башланды.
Артабан, марттан башлап, тәүге балаға үткән ай өсөн түләүҙәр һәр яңы айҙың 3-сө числоһында – Социаль фондтың барлыҡ балалар пособиеларын түләү буйынса берҙәм көндә башҡарыласаҡ, - тип аңлатма бирәләр Социаль фондта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡты социаль яҡлау органдары аша түләнгән балалар пособиелары Социаль фондтың көндәре менән тап килмәй.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-07/v-sotsfonde-bashkirii-otvetili-na-vopros-o-date-perechisleniya-detskih-posobiy-3133158