Документта билдәләнеүенсә, аҡса килеме айына бер кешегә ике төбәк йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләргә тәғәйенләнә. Уны балаға өс йәш тулғансы алырға була. Әгәр ғаиләлә өс йәшкәсә бер нисә бала булһа, аҡсаны уларҙың һәр береһенә юлларға мөмкин.
Айлыҡ түләүҙең күләме – балаға төбәктәге йәшәү минимумы. Ил буйынса уртаса алғанда, 13,9 мең һум килеп сыға. Бынан тыш, ғаиләнең бер үк ваҡытта берҙәм пособие һәм әсәлек капиталынан түләү алыу мөмкинлеге бар.
Айлыҡ түләү алыуға ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, күп функциялы үҙәккә йәки Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһенә барып бирергә мөмкин.
«Яңы ҡағиҙәләр йыл башынан ҡулланыла, бөтә техник мөмкинлектәр булдырылған, дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза формаһы асылған», – тип билдәләне бөгөн премьер-министр Михаил Мишустин.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-06/s-lek-kapitaly-a-sa-yn-s-y-shk-s-balalar-a-ayly-t-l-s-n-totonor-a-m-mkin-3132444