Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Декабрь 2022, 16:50

Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тулыраҡ – сайтта.

Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мохтаж йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн айлыҡ пособиелар билдәләнә. Аҡса алыусылар Башҡортостан биләмәһендә йәшәргә, ә йән башына уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.

Пособиеға иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Түләүҙәр эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 50, 75 йәки 100% тәшкил итә.

Республиа Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы указы республикабыҙ биләмәһендә  берҙәм пособие тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителгән. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия һәм социаль страховкалау фонды  берҙәм пособие тәғәйенләй һәм түләй башлай.

 

Автор:
Читайте нас: