+2 °С
Ҡар
-Ихласлығы, мөләйемлелеге менән яҡын беҙгә Гөлйемеш. Эште лә эшләй, инеп хәл-әхүәлде лә белеп сыға. Ниндәй эш ҡушһаң да юҡ, тимәй. Матур итеп һөйләшә, үҙе егәрле, тырыш ҡатын. Балаларын да яҡшы ҡарай, - ти уның хаҡта 73 йәшлек Мәрйәм инәй.
Хеҙмәттәштәре араһында ла абруй ҡаҙанған Гөлйемеш. Тәү ҡарашҡа үтә баҫалҡы, өндәшмәҫ һымаҡ тойолһа ла, ололарҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табып, эшен урын-еренә еткереп, ихлас эшләй, бөтә сараларҙа әүҙемлек күрһәтә, отчеттарҙы ла дөрөҫ һәм мәлендә тапшыра, тиҙәр уның хаҡында социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре.
(Тулы варианты гәзиттең 23-сө һанында)