Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Апрель 2022, 12:00

1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин

1 майҙан 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин социаль ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү өсөн 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә 1 апрелдән айлыҡ түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Уны алыр өсөн түбәндәге шарттар билдәләнгән.

1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин
1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин

 


Бала Рәсәй гражданы булырға, ул даими рәүештә Рәсәй биләмәһендә йәшәргә, ә ғаиләнең килеме йән башына төбәк йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.

Түләүҙең күләме бала өсөн йәшәү минимумының – 50, 75 йәки 100 проценты. Пособиеның төп күләме – бала өсөн йәшәү минимумының яртыһы.

Әгәр балаға төбәк йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, пособие балаға төбәк йәшәү минимумының 75 проценты күләмендә билдәләнә.

«Май айында пособие юллағанда аҡса апрель өсөн дә күсерелә, - тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. - Пособиеға ғаризаны 2022 йылдың 1 майынан Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән тапшырырға мөмкин. Социаль ярҙам сараһы Пенсия фонды йүнәлеше буйынса бирелә».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн 505 миллиард һум бүленде.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас: