-3 °С
Болотло
Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексациялауҙы күҙ уңында тотҡан ҡануниәткә төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.
Законға ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһы 8,6 процентҡа арта. Шулай итеп, индексациянан һуң ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 18 984 һум була.
«Шуныһы мөһим: норма кире көскә эйә, ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Бюджетта бының өсөн аҡса бар», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-20/deputaty-odobrili-popravki-ob-indeksatsii-pensiy-na-8-6-s-yanvarya-2022-goda-2662222