Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Октябрь 2021, 10:00

Ниндәй адреслы социаль ярҙам алырға мөмкин?

Ғариза биргән 76 ғаиләнең 51-е быйыл шәхси хужалыҡтарын үҫтереүгә ярҙам алған.

Ниндәй адреслы социаль ярҙам алырға мөмкин?
Ниндәй адреслы социаль ярҙам алырға мөмкин?

Ғариза биргән 76 ғаиләнең 51-е быйыл шәхси хужалыҡтарын үҫтереүгә ярҙам алған.

Бөрйән районында адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы (АСПК) буйынса проекттың 4 йүнәлеше бойомға ашырыла. Был проект аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандарға дәүләт биргән аҡсалар ярҙамында матди хәлен үҙ аллы яҡшыртыу мөмкинлеге тәҡдим итә. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам «Ғаилә» үҙәге, халыҡты социаль яҡлау бүлеге һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәге тарафынан күрһәтелә.


«Ғаилә» үҙәге ауыр тормош хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән башҡа саралар йүнәлеше буйынса аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм бәлиғ булмаған балалары булған ғаиләләр өсөн 3 йәки 6 ай дауамында 10 641 һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтә. Был суммаға программа буйынса көнкүреш техникаһы, мебель, кейем-һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтары, дарыу һәм башҡа әйберҙәр алырға мөмкин. Ярҙам менән ҡулланған граждандар ай һайын отчет биреп барырға тейеш.


Бөрйән районы буйынса ошо йүнәлештәге социаль ярҙамды быйыл 18 ғаилә алған. Өс ғаилә менән 3 айға, 15 ғаилә менән 6 айға контракт төҙөлөп, дөйөм 1 053 459 һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Ләкин ваҡытында отчет бирмәгән һәм социаль ярҙам аҡсаһына әйбер һатып алмаған бер ғаилә менән контракт өҙөлгән, аҡсаһы кире ҡайтарыласаҡ.


Белорет ҡалаһында урынлашҡан халыҡты социаль яҡлау бүлеге граждандарға дистанцион рәүештә шәхси ярҙамсы хужалыҡ (ЛПХ) үҫтереү йүнәлеше буйынса ярҙам күрһәтә. Ғариза биргән 76 ғаиләнең 51-е быйыл шәхси хужалыҡтарын үҫтереүгә ярҙам алған. 100 мең һумға тиклем бирелгән аҡсаға мал, уны ашатыуға аҙыҡ, һөт, ит продукцияларын эшкәртеү өсөн көнкүреш техникаһы алырға мөмкин. Хужалыҡты үҫтереүгә ярҙам алғанда үҙмәшғүл булып теркәлергә һәм мал тотоу өсөн шарттар булдырырға кәрәк.


Халыҡ мәшғүллеге үҙәге эш эҙләү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ йүнәлештәре буйынса адреслы социаль ярҙам күрһәтә.
Граждандар социаль ярҙам сиктәрендә эш һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң, мәшғүллек үҙәге эш табып, йүнәлеш бирә. Эшкә урынлашҡас, 4 ай дауамында 10 641 һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр алырға була. Был программа буйынса быйылғы йылда 15 кеше эшкә урынлашҡан.


Шәхси эшҡыуарлыҡ эшен бойомға ашырыу өсөн 250 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Социаль ярҙамды бойомға ашырыу буйынса 12 ай дауамында отчет биреп барыу мотлаҡ, эшҡыуарлыҡ эше 3 йыл дауамында тикшерелеү үтә. Дәүләт ярҙамы менән районда 12 кеше файҙаланған.


АСПК программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризаны күп функциялы үҙәк аша бирергә кәрәк. Социаль ярҙам шарттары тураһында тулы мәғлүмәтте халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә һәм «Ғаилә» үҙәгендә алырға була.

 

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: