1 сентябрҙән ай һайын бирелә торған аҡсалата компенсацияларҙы (ЕДК) алыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Льготаға хоҡуғы булған һәр кем компенсацияны торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәргә киткән фактик сығымдарға ҡарап иҫәпләнгән күләмдә алды. Шул уҡ ваҡытта компенсацион түләүҙәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән иҫәптәр буйынса ғына бирелергә тейеш.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, ЕДК льготаға хоҡуҡлы һәр кемгә, уның ҡайҙа теркәлеүенә ҡарамаҫтан, шәхсән рәүештә иҫәпләнә. ЕДК граждандарға торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн фактик рәүештә иҫәпләнгән түләү суммаларынан сығып тәғәйенләнә. Ләкин ҡулланыу нормативтарынан артыҡ түгел. Льготаға хоҡуҡлы граждандың категорияһы һәм йәшәү урынының майҙаны, унда йәшәүселәр һаны, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса тарифтар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыу нормативтары, ҡулланыу күләмдәре иҫәпкә алына.
2020 йылдың сентябрендә ЕДК күләме граждандарҙың ағымдағы йылдың июлендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә киткән фактик сығымдарынан сығып иҫәпләнде. Октябрҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе күрһәтеүселәрҙең август айы нигеҙендә биргән мәғлүмәттәре буйынса иҫәпләнәсәк. ЕДК-ны фактик сығымдар буйынса иҫәпләгәндә тейешле торлаҡ бинала йәшәү урыны буйынса теркәлгән бер кешегә тура килгән сығымдар өлөшө иҫәпкә алына. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыу күләме был торлаҡта теркәлгән кешеләр һанына бүленә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең тейешле төрөнә ҡулланыу нормативы билдәләнгән осраҡта фактик сығымдар компенсацияһы тейешле ҡулланыу нормативынан артмаған күләмдә ғәмәлгә ашырыла.
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 160-сы статьяһының 3 өлөшөндәге талаптарға ярашлы, ЕДК бары тик торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең барлыҡ төрҙәре буйынса ла, шул иҫәптән капиталь ремонт өсөн иғәнә буйынса һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарыбуйынса бурыстар булмаған йәки уларҙы бөтөрөү буйынса килешеү төҙөлөп, граждандар тарафынан ул үтәлгән хәлдә генә бирелә.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстары булған граждандарға ай һайын бирелә торған аҡсалата компенсация сентябрҙән туҡтатылып торҙо. Ундай граждандарға бурыстарын түләп ҡуйырға йәки торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү иҫәпләүсе ойошмалар менән уны бөтөрөү буйынса килешеү төҙөп ҡуйырға кәрәк.
Килешеү граждандың бурысы булған һәр ойошма менән айырым төҙөлә.
Килешеү төҙөгәндән һуң, бурыстары булған граждандарға уларҙы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәккә алып барырға кәрәк.
Бурыстарҙы ҡаплау тураһында мәғлүмәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тәғәйенләүсе ойошманан ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән алына. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстар ике ай эсендә (1 ноябргә тиклем) түләнгән йәки уны түләү тураһында килешеү төҙөлгән хәлдә түләүҙәр (ЕДК) автоматик рәүештә тергеҙелә. 1 ноябргә тиклем бурыстарын бөтөрмәгән граждандарға ЕДК түләү туҡтатыла һәм бары тик кәрәкле бөтә документтарҙы йыйып, күп функциялы үҙәккә яңынан мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына ҡайтанан түләнә башлаясаҡ.