Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Сентябрь 2020, 14:00

ЕДК ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘР БУЙЫНСА ТҮЛӘНӘ

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн компенсация түләүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында биш иң мөһим һорау

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн компенсация түләүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында биш иң мөһим һорау
Башҡортостанда ай һайын бирелә торған аҡсалата компенсацияны (ЕДК) алыуҙың ҡағиҙәләрен үҙгәрттеләр. Белеүегеҙсә, ЕДК - дәүләттән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә ярҙам. Республикала уға 665 мең кеше хоҡуҡлы.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә ошо тәңгәлдәге иң мөһим һорауҙарға яуап бирәбеҙ.
-ЕДК нимә ул, уны алыу хоҡуғына кемдәр эйә?
-Рәсәйҙә льготаға эйә булыусыларҙың ҡайһы берҙәре торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн дәүләттән ярҙам алыуға хоҡуҡлы.
2009 йылға тиклем кешеләр ташлама алды, ә бюджеттан аҡсалар туранан-тура һыу, йылылыҡ һәм газ менән тәьмин итеүселәргә күсерелде. Был бигүк уңайлы түгел ине. Шуға хәҙер аҡса туранан-тура кешеләрҙең үҙҙәренә күсерелә. Ә улар үҙҙәренә уңайлы ысул менән түләйҙәр. Тап ошо ЕДК (ай һайын аҡсалата түләүҙәр) тип атала ла инде.
Был ярҙамды алыуға хоҡуҡлылар: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, инвалидтар һәм инвалид бала ҡараусы ғаиләләр, Чернобыль ҡазаһын бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр.
Был түләүҙәрҙе алыу өсөн үҙегеҙгә иң яҡын ерҙә урынлашҡан күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итергә йәки документтарығыҙҙы дәүләт хеҙмәте (“Госуслуги”) аша ебәрергә кәрәк.
Әгәр һеҙ әле ЕДК алаһығыҙ икән, бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, яңы ҡағиҙәләр буйынса түләүҙәр автоматик рәүештә билдәләнә.
-Ниндәй “яңы ҡағиҙәләр”?
-Хәҙер льготниктар ай һайын билдәләнгән бер сумманы ала – “торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре хаҡының республика стандарты”нан процентты. Был коммуналканың һәр ҡала, район һәм ауыл советы буйынса уртаса күләме. Шул арҡала түләүҙәр төрлөсә килеп сыға. Мәҫәлән, Өфөлә ветерандар ЕДК-ны 1500 һум ала, Межгорьела – 1800, ә ауылдарҙа – 120 һум.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, ЕДК, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамай, һәр льготникка күпме тотоноуына ҡарап, шәхсән рәүештә иҫәпләнә. Льготниктың категорияһы һәм фатирының майҙаны, унда йәшәүселәрҙең һаны ла иҫәпкә алынасаҡ. Ғаиләнең дөйөм килеме түләүҙәрҙең күләменә йоғонто яһамай.
Ябай миҫал: ҡышҡыһын, һыуыҡ булғанда, йылылыҡ өсөн ҙур ғына суммала счет килә һәм дәүләттән ярҙам да ҙурыраҡ була, ә йәйгеһен, йылытырға кәрәк булмаған саҡта, ярҙам да артыҡ кәрәк булмай.
-Түләүҙәрҙең күләмен хәҙер нисек иҫәпләйҙәр?
-Үҙеңдең фатирыңа түләү тураһында бер ниндәй ҙә справка биреү кәрәкмәй – социаль хеҙмәттәр уны коммуналь хеҙмәттәрҙән үҙҙәре электрон документ әйләнеше аша алалар. Түләүҙәрҙең күләмен иҫәпләй торған формулалар ҡатмарлы ғына һәм льготаға хоҡуҡлыларҙың һәр категорияһы өсөн төрлө: ветерандарҙыҡы бер төрлө, инвалидтарҙыҡы икенсе төрлө, күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙеке – өсөнсө төрлө.
Бынан тыш, күп һанлы нюанстар бар. Мәҫәлән, шәхси йортта йәшәүсе инвалидтарға торлаҡты тотоу өсөн түләү иҫәпкә индерелмәй. Федераль законда шулай яҙылған. Әгәр фатирҙа бер нисә төрлө льготник булһа, аҡсаға уларҙың һәр ҡайһыһы хоҡуҡлы.
“Коммуналь хеҙмәттәрҙе тотоноу нормативы” тигән нәмә лә бар. Уны иҫәпләгес (счетчик) булмағанда теге йәки был хеҙмәт өсөн күпме түләргә кәрәк икәнен иҫәпләгәндә ҡулланалар. Ғәҙәттә, был норматив уртаса ҡулланыу кимәленән байтаҡҡа юғары. Түләүҙәрҙең күләме ошо норматив буйынсанан юғары булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, Башҡортостанда һыуыҡ һыуҙы ҡулланыу нормативы – айына бер кешегә 5 кубометр самаһы. Өс кешенән торған ғаиләгә, шуға ярашлы, 15 кубометр килеп сыға. Әгәр һеҙ 20 йәки 100 кубометр ҡулланһағыҙ ҙа, 15 кубометр итеп иҫәпләйәсәктәр.
Түләүҙәр үткән айҙан алдағы ай өсөн буласаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, сентябрҙә кешеләр июль өсөн компенсация аласаҡ. Ләкин уның өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн 10 авгусҡа тиклем түләнгән булырға тейеш.
-Ни өсөн бурыслыларға аҡса бирелмәйәсәк?
-Ысынлап та, коммуналка буйынса бурыстары булғандарға ЕДК күсерелмәй. Ундайҙар Башҡортостанда 92 мең кеше. Бында эш принципта – һеҙгә, әйтәйек, фатир өсөн түләүгә ярҙам итәләр ҙә инде, шулай булғас - түләгеҙ. Ул аҡсаны башҡа нимәгәлер тотонорға ярамай. Бурыслылар исемлегенә инмәҫ өсөн торлаҡ-коммуналь ихтыяждар өсөн түләүҙәрҙе һәр айҙың 10-сы числоһына тиклем түләп ҡуйыу шарт. Август өсөн – 10 сентябргә тиклем, сентябрь өсөн – 10 октябргә тиклем һ.б.
Әгәр һеҙ үҙ ваҡытында түләмәһәгеҙ, автоматик система быны шунда уҡ күреп ҡала һәм ЕДК түләүҙе туҡтата. Бурыслыға иҫкәрмә ебәрелә. Йәғни, иптәш, һеҙҙең бурысығыҙ бар, уны түләп ҡуйығыҙ, бының өсөн һеҙкә срок – ике ай. Бурысығыҙҙы үтәп ҡуймайынса, һеҙ ЕДК-ны ала алмаясаҡһығыҙ. Бурысығыҙ түләнеү менән түләүҙәр автоматик рәүештә тергеҙелә һәм түләнә башлай.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, әгәр шулай килеп сығып, һеҙҙең бурысығыҙ йыйылып киткән, ләкин һеҙ үҙегеҙҙең идарасы компания менән килешеп, был бурыстың түләү ваҡытын кисектереп тороу тураһында килешеү төҙөһәгеҙ, һеҙ ЕДК-ны ала алаһығыҙ! Был осраҡта төҙөлгән килешеү менән халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
-Минең бурысым бар ине, ләкин мин уны түләп ҡуйҙым. Миңә ҡайтанан иҫәпләү үткәрәләрме?
-Эйе, әгәр система һеҙҙең башҡаса бурысығыҙ юҡ икәнде күрһә, түләүҙәр туҡтатылған көндән алып үҙегеҙгә тейеш булған барлыҡ түләүҙәрҙе ала алаһығыҙ. Ләкин, әгәр һеҙ бурысығыҙҙы ике ай дауамында түләп ҡуймаған булһағыҙ, ЕДК һеҙгә яңы мөрәжәғәт иткән айҙан башлап ҡына тәғәйенләнә.

Читайте нас: