Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Сентябрь 2020, 14:00

БУРЫСТЫ ҠАЙТАРҒАНДАН ҺУҢ БЕРҘӘМ АҠСАЛАТА КОМПЕНСАЦИЯ ТҮЛӘҮ АВТОМАТИК РӘҮЕШТӘ ТЕРГЕҘЕЛӘ

1 сентябрҙән льготаға эйә булғандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн тотонолған фактик сығымдар буйынса ай һайын индивидуаль күләмдә аҡсалата компенсация ала.

1 сентябрҙән льготаға эйә булғандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн тотонолған фактик сығымдар буйынса ай һайын индивидуаль күләмдә аҡсалата компенсация ала.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала граждандарҙың льготалы категорияларына ҡараған 664 мең кеше йәшәй. Атап әйткәндә, берҙәм аҡсалата компенсация Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, инвалидтарға, ишле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, тыл эшсәндәренә, чернобылселәргә, хеҙмәт ветерандарына түләнә.
664 мең кешенән 92 меңенең коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы бар. Уларға сентябрҙә айлыҡ аҡсалата компенсация түләнмәй.
1 сентябрҙән льготалы кешегә социаль түләү торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурысы булмаһа ғына бирелә. Бурыслылар иҫәбенә инмәҫ өсөн коммуналь хеҙмәттәрҙе айҙың 10-ына тиклем түләргә кәрәк. Август өсөн — 10 сентябргә, сентябрь өсөн 10 октябргә тиклем һәм артабан.
«Әгәр льготаға хоҡуҡлының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы йыйылһа, уға белдереү ҡағыҙы ебәрелә. Бурыслыға берҙәм аҡсалата компенсация түләү туҡтатыла, әммә ике ай эсендә бурысты түләгәндән йәки ресурс менән тәьмин иткән ойошма менән уны этаплап ҡайтарыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң был түләү автоматик рәүештә тергеҙелә. Башҡа осраҡтарҙа берҙәм аҡсалата компенсация яңы мөрәжәғәт айынан башлап бирелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ошондай социаль түләү алыу өсөн тәүге тапҡыр мөрәжәғәт иткәндәр берҙәм аҡсалата компенсацияны күп функциялы үҙәктә, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында юлларға мөмкин.
Читайте нас: