Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Август 2020, 14:00

ЕДК КҮЛӘМЕН ИҪӘПЛӘҮ

Билдәле булыуынса, 2020 йылдың 1 июленән граждандарҙың льготалы категорияларына (һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға, инвалид бала ҡараусы ғаиләләргә, радиацияға дусар булған граждандарға, күп балалы ғаиләләргә) торлаҡ бинаны йылытыуға һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн ай һайын бирелә торған аҡсалата компенсация (артабан – ЕДК) күләмен иҫәпләү тәртибе үҙгәрҙе.

Торлаҡ бина өлөшөндә ЕДК күләмен иҫәпләү граждандарҙың түбәндәге категориялары өсөн ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының биләгән майҙаны буйынса башҡарыласаҡ:
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
-“Блокадалы Ленинградта йәшәүсегә” билдәһе менән бүләкләнгәндәр, дөйөм ауырыу сәбәпле, эштә зыян күреү сәбәпле йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында инвалид булып танылғандар;
-һәләк булған һуғыш инвалидының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаилә ағзалары;
-хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, эске эштәр органдарының рядовой һәм етәкселек составы берәмектәренең, милли гвардия ғәскәрҙәренең, дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең, енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары һәм органдарының, Рәсәй Федерацияһы мәжбүри башҡартыу органдарының һәм дәүләт хәүефһеҙлеге органдары хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары.
Элек ЕДК торлаҡ бина өлөшөндә был категорияларға барлыҡ биләнгән майҙан буйынса түләнде һәм бының өсөн ғаилә ағзалары тураһында өҫтәмә мәғлүмәт талап ителмәне.
Шулай итеп, ЕДК күләмен теүәл иҫәпләү өсөн, граждандарҙың үрҙә аталған категорияларына үҙҙәре менән бергә йәшәүселәр тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк була (шәхесте билдәләүсе документ, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ тураһында ғариза, ғариза биреүсегә ҡарата туғанлыҡ кимәлен билдәләүҙе күрһәткән ғаилә составы тураһында белешмә).
Документтарҙы йәшәгән урын буйынса күп функциялы үҙәк филиалдарында тапшырырға мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-26-89, 3-43-78.
Читайте нас: