Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Август 2020, 13:00

АҘ КИЛЕМЛЕЛӘРГӘ - ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ

3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын бирелә торған түләүҙәр тураһында

3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын бирелә торған түләүҙәр тураһында
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәрҙе һорап 7 меңдән ашыу ғариза килде. 4 меңдән ашыу ғариза буйынса филиал белгестәре тарафынан ҡарарҙар ҡабул ителде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, түләүҙәр аҙ килемле – уртаса йән башына килемдәре 9804 һумдан артмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнә. Был түләүҙәрҙең айлыҡ күләме – 4894,50 һум. Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараһының был төрө дәүләт башлығы тарафынан индерелгән. Ул үҙенең барлыҡҡа килеүе менән генә түгел, адреслы социаль ярҙамды һорап мөрәжәғәт итеү формаһы йәһәтенән дә үҙенсәлекле – ата-әсәләр бары ғариза ғына бирә (теләгән ысулды ҡулланып), ә мәғлүмәттәр үҙәк белгестәре тарафынан ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән йыйыла һәм был өҫтәмә ваҡыт сығымдары талап итә.
Ай һайын бирелә торған түләүҙәргә хоҡуҡты билдәләүсе шарттар:
- ғаиләлә Рәсәй Федерацияһы гражданы булған 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге баланың булыуы;
- ғаиләнең уртаса йән башына килеме йән башына йәшәү минимумы күләмен үтмәүе.
Никах тарҡалған йәки аталыҡты билдәләү осраҡтары булған ғаиләләрҙең иғтибарын түбәндәгегә йәлеп итеүҙәрен һорар инем. РФ Ғаилә кодексының 80-се статьяһына ярашлы, ата-әсәләр үҙҙәренең бәлиғ булмаған балаларын ҡарарға һәм тәьмин итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта бәлиғ булмағандарға ҡарауҙың тәртибе һәм формаһы үҙаллы билдәләнә.
Ата-әсәләр хаҡлы:
- үҙҙәренең бәлиғ булмаған балаларын ҡарауҙы (тәьмин итеүҙе) үҙаллы ғәмәлгә ашырырға;
- үҙ-ара алимент түләү тураһында килешеү төҙөргә;
- ата-әсәнең береһе үҙенең бәлиғ булмаған балаларын ҡарауҙан ситләшкән осраҡта судҡа юллау менән мөрәжәғәт итергә.
Алған алименттары тураһында мәғлүмәттәрҙе ғариза биреүсегә ойошмаларҙан үҙаллы алып бирергә кәрәк. Сөнки был мәғлүмәт ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән һорап алынмай. Әгәр алимент рәсми рәүештә документлаштырылмайынса алына икән – улар тураһында мәғлүмәтте ғариза биреүсе декларатив рәүештә күрһәтә. Ләкин, иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ, был бары тик 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәргә генә ҡағыла.
Шуныһы мөһим: был түләүҙәрҙе ғаилә, ағымдағы йылда ғариза биреү датаһына ҡарамай, йыл башынан ҡайтанан иҫәпләүҙәр менән (йәки баланың 2020 йылда 3 йәше тулған мәлдән алып) ала.
Ғариза биреүселәр үҙҙәренең ғаризаһының статусы буйынса хәбәрҙар булып торһон өсөн автомәғлүмәт биреүсе (автоинформатор) эшләй.
Йәнә социаль ярҙам сараларын үҙҙәренең банк карталарына алыусы граждандарҙың хәтеренә төшөрәбеҙ: 2020 йылдың 1 октябренән операцияларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы “Мир” милли түләү системаһы карталары ярҙамында башҡарыу күҙаллана. Шуға бәйле, “Мир” карталарын алыуҙы һәм уның мәғлүмәттәрен МФЦ аша Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына биреүҙе хәстәрләүегеҙҙе һорайбыҙ.
Мәғлүмәттәрҙе түбәндәге телефондар аша белешергә мөмкин: 8(34792) 4-15-44, 3-43-78.
Читайте нас: