2018 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 28 декабрендә ҡул ҡуйылған “Балалары булған ғаиләләргә ай һайын бирелә торған түләүҙәр тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, беренсе бала тыуған (уллыҡҡа алынған) осраҡта беренсе бала тыуыу (уллыҡҡа алыныу) менән бәйле Башҡортостан Республикаһында был түләүҙәрҙе һорап мөрәжәғәт иткән йылдан алдағы йылдағы 2-се кварталда билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумы күләмендә ай һайын бирелә торған түләүҙәр тәғәйенләнә.
Шул уҡ ваҡытта 2020 йылдың 1 ғинуарынан ай һайын бирелә торған түләүҙәрҙең тәртибенә үҙгәрештәр индерелә.
Тәғәйен алғанда:
-ай һайын бирелә торған түләүҙәргә йән башына килеме был түләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән йылдан алдағы йылдың 2-се кварталында хеҙмәт йәшендәге кешеләр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының ике күләме дәүмәленән артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы (әлеге ваҡытта был түләүгә йән башына килемдәре билдәләнгән йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы);
-ай һайын түләүҙәр баланың өс йәше тулғанға тиклем түләнә (әлеге ваҡытта был түләүҙәр баланың йәш ярымына тиклем бирелә).
Тәғәйен алғанда, Башҡортостанда пособие ғаиләнең һәр ағзаһына айлыҡ килеме 20 868 һумдан артмаған ғаиләләрҙең тәүге балаһы тыуған осраҡта түләнә.
Аҡсаға беренсе сабыйы 2018 йылдан һуң тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала.
Дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәгән граждандарға ғына ҡағыла. Бала ла Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға тейеш. Түләүҙең күләме 9789 һум тәшкил итә. Пособие балаға 3 йәш тулғансы тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта, 2019 йылдың аҙағына тиклем, тәүге балаға пособие йәш ярымға тиклем түләнә, хәҙер уның күләме – 9182 һум.
Беренсе балаға айлыҡ түләүҙе Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында рәсмиләштерергә мөмкин.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.