2009 йылдан коммуналь хеҙмәттәргә льготаларҙы аҡсаға әйләндерҙеләр. Уларҙы граждандарҙың махсус иҫәптәренә күсерә башланылар. Уға тиклем хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларға компенсация итеп күсерелә ине. Шуға бәйле яңы төшөнсә барлыҡҡа килде – граждандарҙың айырым категорияһына торлаҡ бинаға түләү һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ай һайын бирелә торған аҡсалата компенсация (ЕДК).
ЕДК граждандарға (һуғыш инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына; “Блокадалағы Ленинградта йәшәүселәр” билдәһе алған граждандарға; реабилитацияланғандарға; инвалидтарға һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә; Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәтте бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәм уларға тигеҙләштерелгәндәргә; хеҙмәт ветерандарына, хәрби хеҙмәт ветерандарына; күп балалы ғаиләләргә) даими йәшәү урыны буйынса торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр билдәләнгән хәлдә бирелә.
Тарифтар күтәрелгән хәлдә йыл һайын БР Хөкүмәте Ҡарары менән республика торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре хаҡы стандарттарының яңы күләме раҫлана.
Гражданинға ай һайын түләнә торған аҡсалата компенсация күләмен иҫәпләгәндә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең республика стандарты хаҡтарының күләме түбәндәгеләргә ярашлы ҡулланыла:
-граждандарҙың теге йәки был муниципаль берәмектә уртаса йәшәү шарттарына ярашлы (был биләмәлә гражданинға торлаҡҡа түләү һәм коммуналь хеҙмәттәр буйынса сығымдар иҫәпләү башҡарылһа);
-гражданин йәшәгән йорттоң тибына ярашлы (шәхси йортмо йәки күп фатирлы йортмо).
Ай һайын бирелә торған аҡсалата компенсацияға инә:
-торлаҡҡа түләүгә компенсация;
-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация;
-капиталь ремонтҡа һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн иғәнә түләүгә киткән сығымдарға компенсация.
Компенсация алыусы күп фатирлы йорттан шәхси йортҡа күскән осраҡта компенсация ҡайтанан иҫәпләнә. Сөнки шәхси йорттарҙа фатир өсөн түләү юҡ.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә икенсе урынға күскән осраҡта ла компенсация ҡайтанан иҫәпләнергә тейеш. Сөнки торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының республика стандарты административ берәмектәрҙә төрлө.
-гражданин республиканан ситкә күсеп китһә;
-ЕДК биреү өсөн нигеҙ биргән шарттар үҙгәрһә;
-компенсация алыусы йәки күп балалы ғаиләләге балалар тулы дәүләт тәьминәтенә урынлаштырылһа;
-ЕДК түләүҙең сроктары үтһә
;
-күп балалы ғаиләлә ата-әсә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә;
-ай һайын түләнә торған компенсацияға хоҡуҡлы кеше вафат булһа.
Гражданинға компенсация уның ғәйебе менән (кәрәкле мәғлүмәттәр бирелмәгән йәки үҙ ваҡытында бирелмәгән хәлдә, шулай уҡ күрәләтә дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр булған документтар бирелгән хәлдә һ.б.) артығыраҡ түләнгән осраҡта был сумма артабанғы компенсацияларҙан тотоп алып ҡалына.
ЕДК түләү туҡтатылған хәлдә артыҡ түләнгән сумма уны алыусы тарафынан ирекле рәүештә кире ҡайтарылырға тейеш. Гражданин уны үҙ ирке менән кире ҡайтарырға теләмәһә, халыҡты социаль яҡлау органы тарафынан ул РФ ҡануниәтенә ярашлы суд тәртибендә юллап алына.
Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса филиалы тарафынан 2019 йылда законһыҙ рәүештә алынған 95 000 һумлыҡ ЕДК-ны кире ҡайтарыу буйынса суд органдарына 4 юллау ғаризаһы бирелде.
Был бурыстарҙың йыйылыуының төп сәбәптәре – ЕДК алыусыларҙың республиканан ситкә даими йәшәү өсөн сығып китеүе. Был юллауҙар судтар тарафынан ҡәнәғәтләндерелеп, башҡарыу ҡағыҙҙары мәжбүри рәүештә түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелде
.
Хөрмәтле граждандар! Тормоштағы төрлө үҙгәрештәргә бәйле артыҡ түләүҙәрҙе булдырмау өсөн үҙегеҙҙең йәшәү урынығыҙ буйынса халыҡты социаль яҡлау бүлектәренә мөрәжәғәт итегеҙ.
Мәғлүмәтте түбәндәге телефондар буйынса алырға мөмкин: 8(34792) 3-06-23, 3-26-21.