Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Сентябрь 2019, 11:49

Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары

Башҡортостан Республика-һында күп балалы ғаиләләргә дәүләт социаль ярҙам саралары Башҡортостан Республикаһының 2000 йылдың 24 июлендәге 87-се Законы менән билдәләнгән.Күп балалы ғаилә тип составында 3 йәки унан күберәк бәлиғ булмаған, шул иҫәптән уллыҡҡа һәм опекаға (попечителлеккә) алынған балалары булған ғаиләләр иҫәпләнә.

Башҡортостан Республика-һында күп балалы ғаиләләргә дәүләт социаль ярҙам саралары Башҡортостан Республикаһының 2000 йылдың 24 июлендәге 87-се Законы менән билдәләнгән.
Күп балалы ғаилә тип составында 3 йәки унан күберәк бәлиғ булмаған, шул иҫәптән уллыҡҡа һәм опекаға (попечителлеккә) алынған балалары булған ғаиләләр иҫәпләнә.
Әгәр ғаиләлә йән башына килем йәшәү минимумы дәүмәленән үтмәһә, күп балалы ғаиләләргә түбәндәге социаль ярҙам саралары күрһәтелә:
1. Күп балалы ғаиләләр һатып алған мәктәп формаһы өсөн компенсация алырға, шулай уҡ бушлай туҡланыу менән тәьмин ителергә хоҡуҡлы.
Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика Үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы тарафынан дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға социаль ярҙам күрһәтеүгә мәғлүмәти булышлыҡ итеү буйынса БР ҡала һәм райондары мәғариф идаралыҡтары (бүлектәре) менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Бушлай туҡланыу менән тәьмин ителеүгә йәки мәктәп формаһын һатып алған сығымды ҡаплатыуға компенсацияға белешмә алыу өсөн БР Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалы ҡаҙна учреждениеһына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
Белешмәләр урында район мәғариф бүлеге тарафынан мәғлүмәти ярҙам тәртибендә формалаштырыла.
2. Балаларға айлыҡ пособие ғаиләләге эшкә яраҡлы бөтә ағзалар эшләһә, йәки уҡыһа ғына түләнә. Ә ауылда йәшәүсе күп балалы ғаиләләрҙәге ата-әсәнең икеһе эшләмәһә лә, пособие түләнә.
3. Дүрт йәки унан да артыҡ 16 йәшкә етмәгән балалары булған айырым категория (мәктәптә, һөнәри белем биреү, юғары белем биреү учреждениеларында көндөҙгө бүлектә уҡыусылар һәм тулы дәүләт тәьминәтендә булмаған 23 йәшкә тиклемгеләр) ғаиләләр өсөн пособие.
4. Әгәр эшкә яраҡлы ғаилә ағзалары бөтәһе лә эшләһә, йә уҡыһа, социаль пособие түләнә.
5. 2018 йылда ғаиләлә 3-сө бала йәки артабанғы булып тыуған балаға 0 йәштән 3 йәшкә тиклем ай һайын бирелә торған пособие ата-әсәнең береһенә - йәки унан да күберәк балаға ҡарата ата-әсә (уллыҡҡа алыусы) булып һаналған РФ гражданына түләнә.
6. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү иҫәпләнгән шарттарҙа айлыҡ аҡсалата сығымдарҙы компенсациялау (торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса).
7. Торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия (ғаилә сығымдарын бергә иҫәпләгәндә ошо түләүҙәргә хаҡ максималь мөмкин өлөштән артһа).
8. Ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеүгә белешмә (справка) биреү. Был аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге, дәүләт дауалау-профилактика учреждениеларында диспансер күҙәтеүендә торған йөклө һәм 6 айға тиклем имсәк балаһы булған ҡатын-ҡыҙға ҡағыла.
9. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклем балаларға балалар аҙыҡ-түлеге менән тәьмин ителеүгә белешмә биреү. Белешмә ата-әсәнең береһенә 0 йәштән 2 йәш тә ун ай ҙа 29 көнлөк балаһына бирелә (БР һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында йәшәгән урыны буйынса амбулатор иҫәптә торған, ҡатнаш йә яһалма туҡландырыуҙа булғандарға).
10. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 7 йәштән 15 йәшкә тиклем балаларҙың ялын һәм һауыҡтырыуын ойоштороу. 2020 йылдан йәйге ялды ойоштороу “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге тарафынан бойомға ашырыласаҡ.
11. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға операция эшләтеүгә, дарыуҙар һатып алыуға, яғыулыҡ һатып алыуға аҡсалата ярҙам (документ менән раҫланған, фактик сығымдар күләмендә, тик календарь йылда 2000 һумдан һәм бер тапҡырҙан артмаҫҡа тейеш).
12. Күп балалы ғаиләләргә социаль контракт нигеҙендә түбәндәге шарттарҙа адреслы социаль ярҙам бирелә:
- үҙ эшеңде асыуға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыуға (100 мең һумға тиклем);
- шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн – 50 мең һумға тиклем;
- артабан эшкә урынлашыу маҡсатында мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса һөнәргә уҡыу өсөн (уҡыу йортона уҡырға барғанда һәм ҡайтҡанда юл сығымдарын ҡаплатыу, шулай уҡ уҡығанда йәшәү өсөн түләү – 15 меңдән дә артыҡ булмаған күләмдә).
Килем дәүмәленә ҡарамай, түбәндәге социаль ярҙам күрәһәтелә:
1. Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие (әгәр ата-әсәнең икеһе лә эшләмәһә);
2. Баланы йәш ярымына тиклем ҡараған өсөн пособие фактик рәүештә баланы ҡараған эшләмәгән граждандарға түләнә.
3. 18 йәшкә тиклем 8 йәки унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү.
Шулай уҡ ГКУ РЦСПН-дың рәсми сайтында (http://rcspn.mintrudrb.ru) интерактив онлайн-консультант бар – уның ярҙамы менән һеҙ үҙегеҙҙең ғаилә социаль ярҙамдың ниндәй төрҙәрен алыуға хоҡуҡлы икәнегеҙҙе белә алаһығыҙ. Онлайн-консультация алыу өсөн һеҙгә инструкцияны үтәргә һәм анкетаның бөтә һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. “РЦСПН тураһында мәғлүмәт”/ “Видеоматериалдар” бүлегендә “ Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе граждандарға социаль ярҙам булараҡ дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәт биреүҙең заманса формалары” тигән видеоролик урынлаштырылған ( http:/rcspn.mintrudrb.ru/video clips).
Шулай уҡ ГКУ РЦСПН сайтында субсидиялар калькуляторы бар – уның ярҙамында һеҙ алдан торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия суммаһын иҫәпләп ҡуя алаһығыҙ.
Социаль ярҙам сараларын алыуға ғариза биреү өсөн һеҙ үҙегеҙгә уңайлы алымдарҙың береһе менән файҙалана алаһығыҙ:
- Дәүләт хеҙмәтенең Республика порталы аша (https:/gosuslugi.bashkortostan.ru/) ғариза бирә алаһығыҙ – был осраҡта филиалға килеп йөрөү кәрәкмәй;
- Күп функциялы үҙәккә документтар менән мөрәжәғәт итә (дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса) алаһығыҙ.
Читайте нас: