Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Июль 2019, 11:13

Ипотека кредитын түләүҙә ярҙам

Ташламалы ставка буйынса субсидиялау программаһына ярашлы ипотека кредиты алыу “Демография” милли проекты бурыстарының бер өлөшөн үҙ эсенә ала.

Ташламалы ставка буйынса субсидиялау программаһына ярашлы ипотека кредиты алыу “Демография” милли проекты бурыстарының бер өлөшөн үҙ эсенә ала.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Координация советының балалар мәнфәғәтендә эш алып барыу милли стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса ултырышы һөҙөмтәләре буйынса, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ике йәки өс балалы ғаиләләргә Рәсәй кредит ойошмалары һәм “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәтенән бирелгән ипотека кредитын алты процентҡа тиклем субсидиялау ҡарар ителде. Программа 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Торлаҡ мотлаҡ беренсел баҙарҙан алынырға тейеш.
Субсидия программаһының айырым шарттарын камиллаштырыу маҡсатында 2019 йылдың 28 мартында Рәсәй Хөкүмәте ҡарар ҡабул итте. Унда шундай өҫтәмәләр бар:
* Ғаиләлә 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе һәм унан унан күберәк бала тыуа икән, ипотека кредитының йыл да алты процентҡа тиклеме субсидиялана, был эш ипотеканың срогы бөткәнсе барасаҡ;
* Алыҫ Көнсығыш федераль округында йәшәгәндәр өсөн – биш процентҡа тиклем.
Бынан тыш, субсидиялау программаһына банктар тарафынан быға ҡәҙәр рефинансланған кредиттарҙың да индерелеүе мөмкин.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Читайте нас: