Эскелек – бөгөнгө көндә иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ошо афәт арҡаһында күп ғаиләләр тарҡала, атай йә әсәй кеше эскелектән үлеп китә, балалар етем ҡала. Эскелек менән мауыҡҡан ата-әсәләр ата-әсәлек бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәйҙәр, өйҙәрендә тәғәм ризыҡ, кейерҙәренә йүнле кейем булмай, балалар күп осраҡта ҡарауһыҙ ҡалалар, өйҙәренә ут яғылмау сәбәпле, өшөп ултыралар. Ололар тарафынан тәрбиә, ҡарау булмағас, үҙаллылыҡҡа бирелгән балалар сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырыуҙы ғәҙәт итә, төндә урамда йөрөй, эш боҙа.
Райондың бәлиғ булмағандар комиссияһында бөгөн 47 социаль хәүефле хәлдәге ғаилә иҫәптә тора, был ғаиләләрҙә 156 бала йәшәй. Әлеге һандар йыл әйләнәһенә үҙгәреп тора. Былтыр 18 ғаилә иҫәпкә алынһа, 15-е иҫәптән төшөрөлдө. Иҫәптә торған ғаиләләрҙең иң күп өлөшө Иҫке Собханғол ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарға тура килә – 17 ғаилә (уларҙың 13-ө – эскелек буйынса). Байназар ауыл биләмәһендә иҫәптә торған 9 ғаиләнең 7-һе - эскелек буйынса, 2 ғаиләне иҫәптән төшөрөү буйынса эштәр алып барыла. Иҫке Монасип ауыл биләмәһендә – 5 ғаилә (4-һе - эскелек буйынса), Ҡолғана ауыл биләмәһендә 4 ғаилә (3-өһө – эскелек буйынса), Байғаҙы ауыл биләмәһендә иҫәптә торған 3 ғаилә лә – эскелек буйынса, Ҡыпсаҡ, Кейекбай ауыл биләмәләрендә 2-шәр ғаилә - ошо сәбәпле, ғәлиәкбәр, Аҫҡар ауыл биләмәләрендә – 1-ешәр ғаилә иҫәптә тора, Тимер, әтек ауыл биләмәләрендә иҫәптә тороусы ғаиләләр юҡ.
Ауылдарҙа бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын, ҡарауһыҙлығын асыҡлау һәм иҫкәртеүсе учреждениелар - ауыл хакимиәттәре, мәктәптәр һәм фельдшерлыҡ пункттары.
Көнсығыш “Ғаилә” үҙәге райондағы бөтә имен булмаған һәм ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр һәм үҫмерҙәр менән эшләй. Әммә улар бөтә ергә барып етешә алмай. Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте имен булмаған ғаиләләр менән эшләүҙе бөтөнләйе менән «Ғаилә» үҙәгенә тапшырған. Ауыл хакимиәтендә иҫәптә тороусы ғаиләләр менән етерлек кимәлдә профилактик эш алып барылмай. Был биләмәлә 2015 йылдан алып иҫәптә торған ғаиләләр бар. Байназар, Ҡолғана, Иҫке Монасип ауыл хакимиәттәрендә иҫәптә торған һәр ғаиләнең проблемаларын яҡшы беләләр, эскелек менән шөғөлләнгән, әлегә иҫәпкә ҡуйылмаған ғаиләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмайҙар.
Аҫҡар ауылында беҙҙә профилактик иҫәптә торған ғаилә ағзаһы эскелек арҡаһында вафат булды. 3 бала етем ҡалды. Комиссия ағзалары ул ғаиләгә ай һайын тиерлек барып торҙо, үткән йылда ике бәләкәй баланы приютҡа ваҡытлыса урынлаштырып та торҙоҡ, атай менән әсәй кеше эскелектән дауаланып, балаларын тейешлесә ҡарарға һүҙ биргәндән һуң, балалар ғаиләгә кире ҡайтарылды. Бер беҙҙең генә барыуыбыҙ етмәй, ауыл хакимиәттәре лә беҙҙә иҫәптә торған ғаиләләр менән тығыҙ бәйләнештә булһа ине. Тамсы тама-тама таш тишә, тигән мәҡәлде лә онотмайыҡ.
2018 йылдың башынан алып 14 бала ваҡытлыса приютҡа урынлаштырып торолдо. Шуларҙың 7-һе – ата-әсәләрҙең эскелек арҡаһында балаларын ҡарамауы, 7-һе ғаиләләрҙең ауыр тормош шарттарында ҡалыуы сәбәпле. Ғаиләләр менән профилактик эш алып барылғандан һуң 9 бала ғаиләһенә кире ҡайтарылды.
2018 йылдың 10 айында бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы ултырыштарында 127 административ материал ҡаралды (үткән йылдың 12 айында – 119 материал). 127 материалдың 112-һе – ата-әсәләргә ҡарата, улар ата-әсәлек бурысын тейешле кимәлдә үтәмәгән өсөн, 7-һе – сит кешеләргә ҡарата, бәлиғ булмағандарҙы спиртлы эсемлектәр эсеүгә йәлеп иткән өсөн, 8-е бәлиғ булмағандарға ҡарата төҙөлгән: үҫмерҙәр йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөгән, хоҡуғы булмайынса транспорт менән идара иткән, йәйәүленең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған, хоҡуғы булмайынса транспорт менән идара иткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған һәм медицина тикшереүе (эскән-эсмәгәнде раҫлау өсөн) үтергә барыуҙан баш тартҡан өсөн. Ошо эштәр өсөн административ протоколдар төҙөлгән.
103 кешегә дөйөм 49700 һум күләмендә штраф һалынған, 3 эш туҡтатылған, 1 үҫмергә 60 сәғәткә тиклем мәжбүри эш ҡушылған, 20 кешегә иҫкәрмә яһалған.
Бәлиғ булмағандар комиссияһына йыл башынан 17 үҫмер иҫәпкә ҡуйылған, 18 үҫмер иҫәптән төшөрөлгән. Бөгөн иһә иҫәптә 13 үҫмер тора. Шуларҙың 7-һе – Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы студенттары, 4-еһе – Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары, 1-еһе – 2-се һанлы Иҫке Собханғол мәктәп-балалар баҡсаһы уҡыусыһы, 1-еһе – Мораҡ һөнәри колледж студенты.
Йыл башынан комиссияға 52 сигнал картаһы килде. Сигнал карталары күпселек осраҡта эскелек менән мауығып, ата-әсәлек бурысын үтәмәгән ата-әсәләргә ҡарата төҙөлә. Бөтә сигнал карталары буйынса ла ауылдарға сығып, хәлде асыҡлап, саралар күрҙек. 27 ата-әсәгә ҡарата протокол төҙөлдө, профилактик әңгәмә үткәрелде, торлаҡ-көнкүреш шарттарына акттар төҙөлдө. 10 бала ваҡытлыса район үҙәк дауаханаһына, 7 бала – социаль приютҡа, 2 бала мәктәп яны интернатына урынлаштырылды. 1 әсәгә психолог ярҙамы, 1 әсәгә психиатр ярҙамы күрһәтелде.
2018 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында комиссия ағзалары ауыл хакимиәттәре вәкилдәре, ФАП фельдшерҙары, мәктәп уҡытыусылары, ауыл советы депутаттары, 73-сө янғын һүндереү участкаһы вәкилдәре менән берлектә 376 күп балалы ғаиләлә булып, уларҙың йәшәү шарттары менән танышты, күп ғаилә башлыҡтарына тейешле иҫкәрмәләр яһаны.
Район хакимиәтенең 2017 йылдың февраль айындағы ҡарары нигеҙендә социаль төркөм булдырылғайны. Уның төп маҡсаты – эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу. Байназар, Иҫке Монасип, Әтек, Байғаҙы, Аҫҡар, Кейекбай, Ғәлиәкбәр, Ҡолғана ауыл биләмәләренән законһыҙ алкоголле эсемлектәр һатыусылар, эскелек менән даими мауығыусылар теҙмәһе комиссияға килде. Ошо теҙмәләге ғаиләләргә йөрөп сыҡтыҡ. 95 кеше менән эскелектең зыяны хаҡында әңгәмә үткәрелде, алкоголле эсемлектәр менән һатыу иткән 33 кешегә иҫкәрмә яһалды, 4 кешегә протокол төҙөлдө, 12 фляга бал тартып алынып түгелде. Быйыл бындай теҙмә Иҫке Монасип ауыл хакимиәтенән генә килде.
Беҙ, комиссия ағзалары, бындай ғаиләләргә полиция бүлеге участковыйҙары менән берлектә сығырға тырышабыҙ. Бәғзе ваҡыт улар ҙа етешмәй. Ауыл хакимиәте вәкилдәре, ҡырҡ һылтау табып, был эштән ялтанып ҡала, йәнәһе, уларға теге кешеләр менән бер ауылда йәшәргә.
Социаль төркөмдөң эшен тағы ла йәнләндерер кәрәк, сөнки эскелек тигән афәткә ҡаршы яңғыҙ-ярым көрәшеүҙән фәтеүә юҡ. Ошолай иткәндә генә һөҙөмтә буласаҡ.
бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы сәркәтибе.