Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Сентябрь 2018, 11:32

Талон системаһы эшләй башланы

Сентябрь – ата-әсәләрҙең уҡыусы һәм студент балаларына социаль түләүҙәрҙе юллау мәле. Һуңғы арала “МФЦ-ла сираттар оҙон, үтеп булмай”, “Төнгө 2-лә үк сират алдым”, “Ә мин киске 9-ҙан уҡ барып торҙом” кеүегерәк хәбәрҙәр йыш ҡолаҡҡа салына. Социаль селтәрҙәрҙә лә күп функциялы үҙәк темаһы иң көнүҙәктәрҙең береһенә әйләнде. Был мәсьәлә нисек хәл ителә? Көҙгө ажиотажды кәметеү өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?

Сентябрь – ата-әсәләрҙең уҡыусы һәм студент балаларына социаль түләүҙәрҙе юллау мәле. Һуңғы арала “МФЦ-ла сираттар оҙон, үтеп булмай”, “Төнгө 2-лә үк сират алдым”, “Ә мин киске 9-ҙан уҡ барып торҙом” кеүегерәк хәбәрҙәр йыш ҡолаҡҡа салына. Социаль селтәрҙәрҙә лә күп функциялы үҙәк темаһы иң көнүҙәктәрҙең береһенә әйләнде. Был мәсьәлә нисек хәл ителә? Көҙгө ажиотажды кәметеү өсөн ниндәй эштәр башҡарыла? Район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары Ғәзиз Миңләхмәт улы Манапов ошо хаҡта бәйән итә:
- 11 сентябрҙә Республика автономиялы учреждениеһы–дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең директоры Владимир Әбдрәхимов һәм бер аҙнала өс тапҡыр Белореттан Көнсығыш кусы етәксеһе Тимур Йосопов Бөрйәнгә килеп, ситуация менән яҡындан танышып китте. Һөҙөмтәлә, үткән аҙнанан Иҫке Собханғолдағы бүлектә компьютерлаштырылған талон системаһы эшләй башланы. Талон системаһы оператор һәр клиентты нисә минутта хеҙмәтләндергәнен иҫәпләп тора һәм сиратты яйға һала: клиент инә лә, ресепшенда ултырған кешегә документтарын күрһәтә, әгәр документтары теүәл булһа, талон алып, сығып ултырып тора. Ҡайһы “тәҙрә”нең операторы бушай, шул “тәҙрә”лә, мәҫәлән, П-2 тигән талон яна һәм оператор П-2 талонлы клиентты ҡабул итә. Әгәр документтар пакеты дөрөҫ йә теүәл булмаһа, ресепшенда клиентҡа талон бирелмәй һәм ул артабан көтөп ултырмай, документтарын теүәлләп килә ала (юғиһә, ҡайһы берәүҙәр, документтары дөрөҫ булмаһа ла, кискә тиклем көтәләр ине).
Ҡабул итеүҙең тағы бер яҡшы яғы бар хәҙер: 10 августа - 4-се, 12 сентябрҙә 5-се “тәҙрә” асылды. 5 “тәҙрә”нең берәүһе тик документтарҙы ҡабул итеү һәм башҡа ҡыҫҡа ваҡыт талап иткән хеҙмәттәр буйынса ғына эшләй.
Ҡыҫҡа ваҡыт талап иткән йомош менән килгәндәр хәҙер өсәр сәғәт көтөп ултырмай: хөкөм ителмәгәнлек тураһында белешмә, дәүләт хеҙмәттәре порталына паролдәр, әҙер документтарҙы алыу һ.б. хеҙмәттәр 15 минуттан күп ваҡытты алмай. Пособиеға документтар тапшырып, бер генә белешмәһе етмәгәндәр ҙә иртәгәһенә беренсе “тәҙрә”гә килә.
Сираттарҙы кәметеү маҡсатында үткән аҙнала Белореттан ике хеҙмәткәр ебәрҙеләр. Уларҙың береһе 6-сы “тәҙрә”лә оператор булып, икенсеһе ресепшенда документтарҙы тикшереп, талондар биреп ултырҙы. Шулай уҡ хәҙер бүлектең дүшәмбенән шәмбегәсә эшләүе лә халыҡ өсөн уңайлыҡтарҙы арттырҙы (ошоға тиклем дүшәмбе ял ине).
Әйткәндәй, эшләрлек кеше булһа, Иҫке Собханғолдағы бүлектә даими 6-сы “тәҙрә” лә асыласаҡ, әлегә оператор вакансияһы буш тора. Теләүселәр булһа, рәхим итһендәр: юғары белем мотлаҡ түгел, әммә уға артабан юғары белем алырға тәҡдим ителә һәм дистанцион белем алыу хуплана.
Сираттарҙа оҙаҡ тормаҫ өсөн, халыҡ нимә эшләй ала?
1) халыҡты социаль яҡлау бүлегенә ҡараған документтарҙы Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының сайты (http://rcspn.mintrudrb.ru) аша бирергә мөмкин: уң яҡтан аҫта “РПГУ” тип яҙылған урынға баҫаһығыҙ һәм “Электрон рәүештә дәүләт хеҙмәттәре” тигән яҙыу сыға. Үҙегеҙгә кәрәкле хеҙмәтте һайлайһығыҙ ҙа, өйҙә генә ултырып документтарҙы тапшыра алаһығыҙ. Тик әлегә был механизм эшләнеү өҫтөндә генә, документтарҙы тапшырғандан һуң паспортты тотоп Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Белореттағы филиалына барырға кәрәк. Әйткәндәй, ошо уҡ сайтта “онлайн-консультант” тигән вкладка бар, ниндәй пособиеларға дәғүә итә алыуығыҙҙы, ниндәй хоҡуҡтарығыҙ барлығын уның ярҙамында белергә мөмкин.
2) Дәүләт хеҙмәттәре порталында ла бик күп документтарҙы тапшырырға була - https://www.gosuslugi.ru/. Мәҫәлән, унда юл хәрәкәте инспекцияһының штрафтарын тикшерергә һәм түләргә, һалым буйынса бурыстарҙы белергә һәм түләргә, балалар баҡсаһына сиратҡа яҙылырға мөмкин.
3) Социаль пособие һәм диетик туҡланыуҙы юллағанда күп функциялы үҙәктең башҡа бүлектәренә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тик унда тулы документтар пакеты тотоп барырға кәрәк: ата-әсәйҙең паспорттары, бер туғандарының тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары йә төп нөсхәлә, йә раҫланған булырға тейеш.
4) Пособиеларға документ-тарҙы пособиеларҙың сроктары сыҡҡас ҡына тапшырырға кәрәк. Кемдәрҙер пособиеларының срогы сыҡмайынса тапшыралар ҙа, уларҙың документтары ҡабул ителмәй. Килеп тә, уңмай ҡайтмаҫ өсөн, пособиеның срогы сыҡҡандан һуң бер-нисә көнгә генә булһа ла һуңғараҡ тапшырығыҙ.
5) Халыҡты социаль яҡлау бүлегенең бөтә һорауҙары буйынса ла сиратта торорға кәрәкмәй, ҡайһы бер һорауҙар буйынса Белоретҡа шылтыратырға мөмкин. Мәҫәлән, пособие ҡасанға тиклем тәғәйенләнгән, ҡасан килеп юлларға мөмкин, тигәнерәк ябай һорауҙарҙы телефон аша ла белешеп була. Телефон: 8(347)92-3-26-89.
6) Документтарҙы алыу буйынса һорауҙарҙы контакт-үҙәк аша өйҙән генә ултырып белешергә мөмкин. Контакт-үҙәктән белешеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ: 3-68-39 номерына шылтыратаһығыҙ ҙа, номерығыҙҙы һәм исем-фамилияғыҙҙы әйтеп, документығыҙҙың әҙерме-юҡмы, Иҫке Собханғолдағы бүлеккә ебәрелгәнме икәнен һораша алаһығыҙ.
М. Мырҙағолова.
Читайте нас: