Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Февраль 2018, 19:04

Сабырлыҡтың төбө алтындыр ҙа... йәки күп функциялы үҙәккә ни өсөн сираттар оҙон?

“Күп функциялы үҙәккә сираттар оҙон”, “Көнө буйы тороп та, инә алманым”, “Нисәнсе тапҡыр барып, үтә алмай ҡайтам” тигәнерәк һүҙҙәрҙе райондаштар ауыҙынан йыш ишетергә тура килә хәҙер. Ауылдарҙа үткән отчет йыйылыштарында ла күтәрелде был мәсьәлә. Редакцияға килгән аноним хат та – ошо хаҡта.

Сабырлыҡтың төбө алтындыр ҙа...


йәки күп функциялы үҙәккә ни өсөн сираттар оҙон?

“Күп функциялы үҙәккә сираттар оҙон”, “Көнө буйы тороп та, инә алманым”, “Нисәнсе тапҡыр барып, үтә алмай ҡайтам” тигәнерәк һүҙҙәрҙе райондаштар ауыҙынан йыш ишетергә тура килә хәҙер. Ауылдарҙа үткән отчет йыйылыштарында ла күтәрелде был мәсьәлә. Редакцияға килгән аноним хат та – ошо хаҡта.

“Элек соцзащитаның ишек төбөн тапаһаҡ, хәҙер МФЦ-ға күстек. Халыҡҡа еңел булһын өсөн бөтә документтарҙы бер урындан алығыҙ тиеберәк маҡтанылар шул нәмә килеп сыҡҡан саҡта. Шөкөр, бергә-бергә бер урында... өңшәйәбеҙ. Төрлө ерҙәрҙәге бәләкәйерәк сираттарҙы ҡушып, ҙур, оло ғына бер сират яһай алдылар”, - тип тамамлана “Пособие мажараһы” исемле был хат юлдары.

Ни өсөн сираттар оҙон һуң күп функциялы үҙәккә? Айырыуса ғинуар айының һуңғы көндәре тыуған ажиотаждың сәбәбе нимәлә? Халыҡ ошо үҙәктә генә хеҙмәтләндереләме әллә халыҡты яҡлау бүлеге лә ҡабул итеүҙәр ойошторамы? Маҡсатыбыҙ - ошо һорауҙарға яуап табыу.

Республика автономиялы дәүләт учреждениеһы - дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең Иҫке Собханғолдағы бүлеге идарасыһы Айгөл Ишбулатова:

- Беҙҙең бүлек 2015 йылдың 23 ноябренән алып Бөрйән районы биләмәһендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтә. “Минең документтарым” үҙәгендә граждандарға хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Тик РФ ҡануниәте тарафынан ҡаралған ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәтенә ярашлы дәүләт пошлинаһы алына.
Бер мөрәжәғәт иткәндә гражданин бер юлы төрлө башҡарма власть органдары күрһәткән бер-нисә төр хеҙмәт буйынса хеҙмәтләндерелә ала. Күп функциялы үҙәктә халыҡты социаль яҡлау бүлегенең, росреестрҙың, милек менән идара итеү комитетының, 20-се һәм 39-сы һалым инспекцияларының, пенсия фонды идаралығының, техник инвентаризация бюроһының, эске эштәр бүлегенең һ.б. органдарҙың хеҙмәттәре, шулай уҡ муниципаль хеҙмәттәр күрһәтелә. Йәмғеһе 221 төр.
Тәүҙә беҙҙә 2 хеҙмәтләндереү тәҙрәһе эшләне. Үткән йылдың отчет йыйылыштарында халыҡ дәғүә белдергәс, тағы берәүҙе астырыуға өлгәштек. Быйылғы отчет йыйылыштарында ла тәҙрәләр һанын арттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар.
Бөгөн үҙәктә 3 оператор хеҙмәтләндерә. Алмаш-тилмәш кенә төшкө ашҡа туҡтап, ҡыҙҙарыбыҙ халыҡты тәнәфесһеҙ ҡабул итә. Хеҙмәткәрҙәр, вазифалар инструкцияларына ярашлы, төшкә тиклем һәм төштән һуң 15-әр минут ял итергә тейеш, был тәнәфестәргә лә туҡтамай эшләйҙәр. Йәнә 2 ҡыҙ ҡабул ителгән материалдарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар документтарҙы сканерҙан үткәреп, мәғлүмәттәрҙе базаға индерә. Был база граждандарға ғариза номеры буйынса контакт-үҙәк аша мөрәжәғәттәренең ниндәй кимәлдә икәнен белешергә мөмкинлек бирә.
Ни өсөн беҙҙә ай аҙағында сираттар оҙон була? Пособиеларҙы юллағанда һуңғы 3 айҙың килемдәре ҡарала. Ғәҙәттә, мөрәжәғәт итеүсе шул 3 ай өсөн килем тураһында белешмәләр (справкалар) алып ҡуя ла, киләһе ай башында уларҙың срогы сығасағы иҫенә төшһә, ағымдағы ай тамамланмаҫ элек тип, күп функциялы үҙәккә йүгерә. Йәки студенттар уҡыу йортонан уҡыу тураһындағы белешмә алып, районға ебәргәнсе байтаҡ ваҡыт үтеп китә лә, ата-әсәләр үҙәккә ай аҙағында ғына мөрәжәғәт итә. Социаль һәм диетик туҡланыу пособиелары өсөн документтар ярты йылға бер тапшырылырға тейеш, шуға күрә ғинуар айында мөрәжәғәттәр һаны ҡырҡа артып китә. Әйткәндәй, был пособиеларға документтарҙы студенттар үҙҙәре тапшырырға тейеш, ә беҙҙә күберәк ата-әсәләр килә һәм беҙ уларҙан ышаныс ҡағыҙы һорайбыҙ.
Тәүге осоро был халыҡта аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙырғайны, хәҙер яйға һалынды инде. Әгәр ата-әсәләр ауылдан ала торған белешмәләрҙе ебәрһә, студенттар пособиеларҙы республиканың ниндәй төбәгендә булһа ла юллай ала. Мәҫәлән, Өфөлә күп функциялы үҙәктәр ҙә, уларҙағы хеҙмәтләндереү тәҙрәләре лә күп.
Ай аҙағындағы һәм ай башындағы мөрәжәғәттәрҙе сағыштырыу өсөн статистикаға күҙ һалайыҡ. 1 февраль көнө беҙҙең бүлектә 52 мөрәжәғәт теркәлгән, ә унан бер көн алда, 31 ғинуарҙа, 88 кеше ҡабул ителгән: 33-ө - пособиелар юллау, 15-е – росреестр хеҙмәттәре буйынса. Пособиелар юллағанда бер кешене хеҙмәтләндереүгә 40 минут ваҡыт ҡаралған, әгәр бер әсә 3 йәки 5 төр хеҙмәт буйынса килә икән, ул әсәгә генә 2-3 сәғәт ваҡыт китергә мөмкин. Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ. 33 кеше 40-ар минут хеҙмәтләндерелһә, 1320 минут, йәки 22 сәғәт килеп сыға. Росреестр хеҙмәттәре буйынса ла бер кешегә 40 минут ҡаралған. 15-те 40-ҡа ҡабатлаһаҡ, 600 минут, йәғни 10 сәғәт килеп сыға. Йәнә 5-әр минуттан 12 консультация үткәрелгән, 15-әр минуттан 51 документ тапшырылған. Барыһын бергә ҡушып, 3-кә (операторҙар һаны) бүлгәндә лә һәр операторға күпме эш тура килгәне асыҡ күренә. Бынан тыш бит тағы 40 мөрәжәғәт теркәлгән! Тимәк, ҡыҙҙар мөмкин тиклем оператив хеҙмәтләндерә тигән һүҙ. Улар өлгөрмәй китһә, үҙем дә документтарҙы тапшырыу, хеҙмәтләндереү, консультация биреү буйынса ярҙам итәм.
30 ғинуарҙан операторҙар ремонт үткән бүлмәгә күсте, хәҙер ҡабул итеүҙәр өсөн дә, сират көтөп тороусылар өсөн дә урын иркенәйҙе. Әйткәндәй, сираттарҙа тормаҫ өсөн ҡабул ителеүгә алдан яҙылырға йәки башҡарма власть органдарына дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Алдан яҙылыу буйынса мөрәжәғәттәрҙе шаршамбы, йома көндәре (телефон - 3-68-39) бер белгес ҡабул итә. Әгәр алдан яҙылыусы үҙ ваҡытында килмәһә, белгес 10 минут көтә лә, уның урынына сиратта ултырыусы кешене ҡабул итә, яҙылған кеше автоматик рәүештә был сираттан төшөп ҡала. Пособие юллағанда ғына ҡатыны яҙылып – ире йәки, киреһенсә, ире яҙылып, ҡатыны килә ала, башҡа осраҡтарҙа бер кеше алдан яҙылып, уның урынына икенсе кеше килә алмай. Күптәр алдан яҙылыу мөмкинлеге тураһында белә. Әле, мәҫәлән, март урталарына тиклем яҙылып бөткәндәр.
Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бик күп эштәрҙе башҡарырға, мәҫәлән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының штрафтарын тикшерергә һәм түләргә, һалым буйынса бурыстарҙы белергә һәм түләргә, баланы балалар баҡсаһына сиратҡа яҙырға, Рәсәй паспортын алыштырырға, сит ил паспортын юлларға, йәшәү урыны буйынса теркәлергә, хөкөм ителгәнлек йәки ителмәгәнлек тураһында белешмә йүнләргә, транспорт сараһын теркәргә була. Әлегә районыбыҙҙа уның менән ҡулланыусылар бик әҙ. Беҙ үҙебеҙ порталға теркәп, паролдәр бирәбеҙ йәки ҡулланыусы үҙе теркәлеү үтеп, беҙҙә раҫлата ла, артабан һәр кем интернет аша шәхси кабинет менән идара итә ала. Был бик уңайлы, портал аша эшләгәндә ҡайһы бер хеҙмәттәргә 30% ташламалар ҡаралған. Мәҫәлән, дәүләт автоинспекцияһына водитель таныҡлығы алғанда йәки алыштырғанда дәүләт пошлинаһы 2000 һум булһа, портал аша эшләүселәр 1400 һум ғына түләйҙәр.
Күп функциялы үҙәктең Иҫке Собханғолдағы филиалы исеменән район халҡына беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүҙәре өсөн рәхмәт еткерәм һәм һәр рәсмиләштерелгән документтың яңы мөмкинлектәр биреүен, маҡсаттарға ирешергә ярҙам итеүен теләйем.

Башҡортостан Республикаһы-ның Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән районы бүлеге начальнигы Гөлсөм Әбүбәкирова:

- Ни өсөн беҙҙә ғинуар аҙаҡтарында ажиотаж ҙур булды?
Беренсенән, беҙҙә халыҡ эште айҙың аҙағына ҡалдырып өйрәнгән. Айҙың 29-ы, 30-ы, 31-е етһә, хатта киләһе айҙың беренсе көнөндә килеп, кисәге көн менән эшләп бирегеҙ әле, тип мөрәжәғәт итәләр.
Икенсенән, пособиеларҙы йүнләү буйынса байтаҡ ҡына үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, 2016 йылдың 1 ғинуарынан БР Хөкүмәтенең 273-сө һанлы “Балаға айлыҡ пособиены алыуға хоҡуҡ биреүсе йән башына уртаса килем күләмен иҫәпкә алыу һәм иҫәпләү тәртибен раҫлау тураһында” ҡарарына үҙгәрештәр индерелеп, 4 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләргә айлыҡ пособиеларҙы, йорт өсөн һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсацияларҙы йыл һайын ғинуар айында юлларға тура килә. Былтыр ғинуарҙа студенттарға социаль стипендиялар тәғәйенләү буйынса Положениеға үҙгәрештәр индерелеп (социаль стипендияға социаль пособие, матди ярҙам, адреслы социаль ярҙам алыусы студенттар ғына дәғүә итә ала), ғинуар-февраль айҙарында яңынан стипендия юллау менән шөғөлләнгәйнеләр, уларға 1 йыл үтеп, ҡабаттан юллау ваҡыты етте. Быйыл ғинуарҙа ла Положениеға үҙгәрештәр индерелеп (былтыр эшләгән ата-әсәләрҙең генә балалары социаль стипендияға дәғүә итә ала ине), эшләмәгән ата-әсәләр ҙә студент балаларына социаль пособие йүнләү өсөн мөрәжәғәт итә башланы. Шулай уҡ студенттарҙың сессияларын ябып, каникулға ҡайтҡан осоронда ла сираттар һаны арта.
Элек кеше пособиены бер тапҡыр йүнләй ҙә, баланың 16 йәше тулғанса халыҡты социаль яҡлау бүлегенә ҡабат мөрәжәғәт итмәй генә ала ине, хәҙер йыл һайын документтар тапшырып торорға кәрәк һәм һәр пособиеның, һәр түләүҙең үҙ үҙенсәлектәре бар. Элек шулай уҡ уртаса килем базаға индерелмәй, үҙебеҙ һанап тәғәйенләй инек, хәҙер бар мәғлүмәттәр базаға индерелеп бара, был хеҙмәткәрҙәрҙең күп кенә ваҡытын ала.
Беҙҙең бүлектә әле 5 кеше эшләй. 1 белгес – йорт өсөн һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсациялар (ЕДК), ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ), ауыл ерендә йәшәүсе белгестәргә айлыҡ компенсациялар (ЕКВ), “Хеҙмәт ветераны” танытмаһын юллау, 2-се белгес аҙ тәьмин ителгән граждандарға коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар, күп балалы ғаиләләргә йорт өсөн һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсациялар (ЕДК) буйынса халыҡты ҡабул итә. 3-сө белгес күп функциялы үҙәктең филиалдарынан килгән документтарҙы тәғәйенләү, базаға индереү менән шөғөлләнә, шулай уҡ ул “Социаль туризм” һәм “3-сө быуын халыҡ университеты” программалары буйынса яуаплы. Баш белгес төрлө пособиеларға (шул иҫәптән ерләү буйынса пособиеға) документтар ала, социаль стипендияға һәм башҡа йүнәлештә белешмәләр бирә, социаль контракт нигеҙендә “Аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына адреслы социаль ярҙам” (АСПК) программаһы буйынса эшләй, тәғәйенләүҙәрҙе тикшерә. Бүлек начальнигы иһә күп балалы ғаиләләргә мәктәптә бушлай туҡланыуға, 3 йәшкә тиклемге балаларға бушлай һөт ризыҡтары алыуға белешмәләр бирә, “Әсәлек даны” миҙалына документтар туплай, күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ хәлен яҡшыртыу буйынса сиратҡа ҡуя, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә матди ярҙам тәғәйенләй һәм бүлектәге бөтә төр тәғәйенләүҙәрҙе контролдә тота.
Беҙҙең бүлектә 53 төр хеҙмәт күрһәтелә, мөрәжәғәт итеүселәр күп кенә. 31 ғинуар һәм 1 февраль көндәре 95 мөрәжәғәт теркәлгән, бынан тыш мин үҙем 11 кеше ҡабул иттем. Башҡа райондар менән сағыштырғанда, районыбыҙҙа күп балалы ғаиләләрҙең, диетик туҡланыуҙа булған студенттарҙың күп булыуы ла сираттарҙың оҙонлоғона бер сәбәп булып тора. Халыҡ беҙҙә үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белә, тип әйтергә мөмкин - аҙ тәьмин ителгән һәм ата-әсә эшләмәгән ғаиләләрҙең 95%-ы үҙҙәренә тәғәйен пособие-компенсацияларҙы юллап ала.
Күптән түгел беҙҙең бүлектә 1 штат ҡыҫҡартыуға эләкте, 1 марттан тағы бер штатты ҡыҫҡартыу тураһында хәбәр иттеләр, 1 хеҙмәткәр декрет ялында. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡты ҡабул итеүҙе дауам итәбеҙ, үрҙә атап үтелгән хеҙмәттәр буйынса беҙгә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, туризм буйынса урынбаҫары Ғәзиз Манапов:

- Был һорау буйынса күптән хәбәрҙарбыҙ, кешеләрҙең төнгө 4-тән сиратта торғанын да күреп-беләбеҙ. Район буйынса үткән отчет йыйылыштарында ла был проблеманы күтәреүселәр байтаҡ булды. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, үҙәккә иркен бүлмә бирҙек һәм ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдиновҡа мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итеүҙәрен һәм өҫтәлмә штат булдырыуҙы һорап хат ебәрҙек. Күп функциялы үҙәктәрҙең штаттарын көйләү вәкәләте - тулыһынса республика Хөкүмәте ҡарамағында. Нормативтарға ярашлы, бер белгес 18-24 кеше ҡабул итергә тейеш, әгәр ҡабул итеүҙәр ошо һанды үтеп китһә, штат булдырыу мөмкинлеге бар. Әлегә сираттар оҙон булып китмәһен өсөн, мөрәжәғәттәрҙе ай аҙағына ҡалдырмауҙары һорала. Шулай уҡ социаль пособиелар юллаусы студенттар үҙҙәре уҡыған ҡалаларҙағы үҙәктәргә мөрәжәғәт итһә, үҙҙәренә лә, ата-әсәләренә лә күпкә уңайлы булыр ине.
Мәҡәләне йомғаҡлап нимә әйтергә була? Районыбыҙҙағы 5200 ғаиләнең 3500-өнөң социаль ярҙам алыусылар икәнен иҫәпкә алғанда, күп функциялы үҙәк филиалына сираттар йыйылыуы – тәбиғи хәл. Әлегә беҙгә Хөкүмәттең яуабын көтөргә һәм үрҙә телгә алынған кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға ғына ҡала.

М. Мырҙағолова.
Читайте нас: