Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Февраль 2018, 15:52

1 февралдән Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиеларҙың күләме 2,5% арта

1 февралдән Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиеларҙың күләме 2,5% арта

1 февралдән Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиеларҙың күләме арта.

Балалы ғаиләләргә, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған, сабыйҙы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ (пособиеның минималь күләме) һәм йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаларына иҫәпкә баҫҡан өсөн пособиелар индексацияланды. Рәсәй Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы, уларҙың күләме 2,5% арттырылды.

Шулай итеп, район коэффициентын иҫәпкә алып, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме тәүге бала өсөн — 3 613, 68 мең һум; икенсе һәм артабанғы сабыйҙар өсөн 7 227,35 мең һумға етте.

Бала тыуғас, ата-әсәгә бер тапҡыр 19 272, 95 һум түләнә.

Йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатындарға пособие 722,74 һумға тиклем артты.

1 ғинуарҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) артыуға бәйле бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь һәм минималь суммалары үҙгәрҙе. Пособиеның иң юғары суммаһы календарь ай өсөн 24 536,57 һум тәшкил итә һәм Башҡортостанда түләү 4 364 һум 94 тиндән түбән булырға тейеш түгел. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә МРОТ 9 489 һум.

Бынан тыш, мәрхүмде ерләүгә пособие индексацияланды. Уның суммаһы — 6 556,51 һум.

Читайте нас: