Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
4 Апрель 2023, 09:05

Таҙалап алдыҡ йөрәкте... Миләүшә менән...

Бөгөн таң менән Миләүшә Ҡаһарманованың ошо шиғырын уҡыуым да булды, пародия-шаярыудия хасил булдысы. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ уҡып, баһа бирегеҙ. Таҙалап алдым йөрәкте Сүп-сарҙан, ҡый-шаҡынан. Һуҡыр тин генә тормаған Дуҫ-туғанлыҡ хаҡынан... Шиғырҙың аҙағы һәм уға шаярыудия – артабан.

Таҙалап алдыҡ йөрәкте... Миләүшә менән...
Таҙалап алдыҡ йөрәкте... Миләүшә менән...

Таҙалап алдым йөрәкте
Сүп-сарҙан, ҡый-шаҡынан.
Һуҡыр тин генә тормаған
Дуҫ-туғанлыҡ хаҡынан...


Сығарып ҡаҡтым хистәрҙең
Һынауҙа хурланғанын,
Кемдәрҙәндер урланғанын,
Яһалма ҙурланғанын.

Уңдырғансы йыуып элдем
Ипһеҙ иҫтәлектәрҙе.
Яҙған булһа булыр әле
Иҫем китмәлектәре.

Һепереп түктем үрсемәҫ
Ҡыҫыр өмөт-хыялды,
Аҙмы шулар шауҡымында
Ҡанатланып ҡыялдым.

Ҡырҙым, йыуҙым, олаҡтырҙым
Өйкәп, игәп торғанды,
Һыпырып алып ырғыттым
Үрмәксе ау ҡорғанды.

Бушатып алғайным шулай,
Ауыр, тип, урын тарҙа…
Аһ-аһ!
Бында ҙу-ур бер һөйөү
Һыйырлыҡ урын бар ҙа!

Миләүшә Ҡаһарманова

*

(Миләүшәгә эйәреп...)

Таҙалап алдым йөрәкте,

Миләүшәгә эйәреп.

Ат аҙғыны – тайға ҡарай...

Тик иҫкерәк эйәре...

Көрәп ташларға ҡәһәтләп,

Һыҙғанғайным еңемде,

Мөйөштән килгән тауыштан

Йөрәк тағы еңелде.

Ҡалдыр инде мине, зинһар,

Тине ҡыҫыр өмөтөм.

Тыңлама, тинем, йөрәккә -

Батманы шул өгөтөм.

Ҡырып уҡ йыуып торманым,

Һепереп кенә алдым.

Биҙәге биг(е)рәк матур бит –

Үрмәксе ауы ҡалды...

Дуҫ-туғанлыҡ яғына ла

Ҡағылманы һеперткем.

Хыялды ла әллә ниңә

Килде тағы күперткем...

Һепергәс, ҡарап алғайным,

Һе, бушамаған урын...

Миләүшәләй, мөхәббәттең,

Өмөт иткәйнем ҙурын.

Минең йөрәк иҫкерәк шул,

Миләүшәнеке яңы.

Уныҡы – һөйөү һарайы,

Минеке ...музей саңлы...

Йөрәктәге һәр сүп һөйләй

Иҫтәлеген үткәндең...

Ярай, елләтә торайым

Бер ыңғайы үпкәмде...

Таңһылыу Баһауетдинова.

 

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: