Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Октябрь 2021, 11:00

ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ

Римманың яҙмышы Бөрйәнгә лә бәйләнгән – ул ошо хозур төбәккә килен булып төшөп, бер нисә йыл Бөрйәндә йәшәп китте. Бөрйән ҡыҙын үҫтереп, хәҙер бәхетле өләсәй ҙә. Һеҙҙең иғтибарға Римманың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ
ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ

Римманың яҙмышы Бөрйәнгә лә бәйләнгән – ул ошо хозур төбәккә килен булып төшөп, бер нисә йыл Бөрйәндә йәшәп китте. Бөрйән ҡыҙын үҫтереп, хәҙер бәхетле өләсәй ҙә. Һеҙҙең иғтибарға Римманың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Римма Солтанова 1970 йылда Учалы районының Наурыҙ ауылында тыуған. Наурыҙ урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Учалы ҡалаһында уҡытыусы, райондың “Яйыҡ” гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй. Әлеге көндә “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләй.
Шиғырҙары республика, район матбуғатында баҫылып тора, “Йәшмәләр иле” йыйынтығында донъя күргән, ул Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре – 2019” ХVII төбәк-ара шиғриәт фестивалендә Гран-при яулай. Быйыл БР Яҙыусылар союзына ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Гәлсәр-бәхет
Мәңгелеккә тиеп юрағайным,
Гәлсәр кеүек булды бәхеткенәм.
Төшөп ватылғайны, ярсыҡтарын
Йыйып алған булдым йәһәт кенә.
Йәбештерҙем йәштәремә мансып,
Ситтәр күрмәһен тип йөйҙәрен.
Өмөттәрем ҡанаттары һынғас,
Күмеп ҡуйҙым, йыуып эҙҙәрен.
...Ваҡыт-дауа гәлсәр-бәхетемдең
Хәтирәһен яйлап юя, юя.
Ярсыҡтары әллә йөрәгемә
Ҡаҙалғандар?
Һаман өйкәп ҡуя...

Йәшлек хаталары
Йәшлек хаталары – үҙемдеке,
Бер кемгә лә ғәйеп таҡмайым.
Үткәндәрҙе соҡор әмәлем юҡ,
Яҙмышыма яла яҡмайым.
Мине рәнйеткәндәр борсолмаһын,
Яуап итеп таштар атмайым.
Күңел тәҙрәләрем һәр саҡ асыҡ,
Селтәр пәрҙәләрен япмайым.
Үпкә-хаталарҙан торған йөктө,
Күптән инде артҡа ташланым.
Тормошомдоң яңы битен асып,
Яңы һуҡмаҡ буйлап атланым.

Ташлап китте йәшлегем…
Һүгеп алам ҡайсаҡ йәшлегемде
Нимә етмәне, тип, иҫәркәй?
Инглиздәрҙән әллә отоп алған -
Ташлап китте әйтмәй, иҫкәртмәй.
Бейек күтәрмәле итектәрҙе,
Ҡыҫҡаҡ итәктәрҙе урлаған.
Ҡырҡып алып ҡалын толомомдо,
Билдәренә әллә ураған?
Йүгерәһе килде, ҡыуып етеп,
Күрер өсөн алдаҡ күҙҙәрҙе.
Хыянаты өсөн әйтке килде
Ярһып сыҡҡан үпкә һүҙҙәрҙе.
...Туҡтап ҡалдым. Фотоһүрәттәрҙе
Ҡалдырған бит, нисек алмаған?!
Хәтирәләр барҙа - беҙ бергә, тип
Әйтергәме әллә уйлаған?

Бала
Бала...
Уттан алып һыуға һала.
Ул йылмайһа - шатлыҡ көтә,
Күк көмбәҙе асылып китә.
Ул бойоҡһа - донъя бөтә,
Йөрәктәрҙе хәсрәт өтә.
Бала...
Күңелендә уның дала.
Ҡоштар киткән яҡтан теҙелеп,
Ҡайтыуҙарын көтәң өҙөлөп.
Уны уйлап көндәр үтә,
Тормош ебен һүтә-һүтә, ғүмер үтә.
Бала...
Әсеһен дә, сөсөһөн дә татыта ул,
Маңлайҙарға һыҙат-һыҙат һалдырта ул.
Ҡаты ла ул, татлы ла ул,
Хоҙай биргән бүләк тә ул,
Башҡа төшкән күҫәк тә ул.
Бала...
Ҡабул итеп шул бүләкте,
Күтәреп тә шул «күҫәк»те,
Абынһам да, һөрөнһәм дә -
Алға барам, юлдар ярам
Һинең өсөн генә, балам.

Бәхетеңде һаҡла, ҡыҙғынам!
Силәк тулы ҡыҙым еләк йыйған,
Үҙе кеүек бешкән еләге.
Толомдарын һыйпап шаяралар
Йәмле йәйҙең наҙлы елдәре.
Силәк тулы ҡыҙым еләк йыйған,
Ҡыуаныстан йөҙө алланған.
Бер бөртөгөн тәләф итмәйем, тип,
Силәгенә яулыҡ ҡаплаған.
Бәхет силәгең дә тулы булһын,
Сайпылдырмай һаҡла, ҡыҙғынам.
Доғаларҙы ҡалҡан итеп ҡуйып,
Сит күҙҙәрҙән һине ҡыҙғанам.
...Бәхетеңде һаҡла, ҡыҙғынам!

Иркәләтмәй нисек түҙәйем?
Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде,
Иркәләтмәй нисек түҙәйем?
Кескәй генә остоҡ кешекәйҙең
Күңелкәйен нисек күрәйем?
Иркәләнһен, әйҙә, бала сағы
Үтһен алһыу таңдар илендә.
Шатлыҡ менән тулһын һәр бер көнө,
Ур(ы)ны булһын өйҙөң түрендә.
Һый-ниғмәттең иң-иң тәмлеһен
Уның өсөн генә бешерәм.
Һорай икән, бергә шар осорам,
Сана шыуам, һүрәт төшөрәм.
Тәтәйҙәрҙең йәне теләгәнен
Һатып алам, хаҡын ҡарамай.
Йылы ойоҡбаштар бәйләйем,
Кәрәк булһа, төндә йоҡламай.
...Минең дә бар ине сабый сағым,
Минең дә бар ине өләсәй.
Ул да мине шулай иркәләтте,
Күңел йылыларын йәлләмәй.
Өләсәйҙең наҙлы ҡараштары
Мәңгелеккә ҡалған иҫемдә.
Ул бешергән тәмле йыуасаның
Онотмайым тәмен, еҫен дә.
Эстән генә көйләп йөрөйөм
Йырҙарының иң-иң моңлоһон.
Өшөгәндә йомшаҡ ҡулдарының
Тоям кеүек һаман йылыһын.
Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде,
Иркәләтәм, һөйәм, наҙлайым.
Аҡ ҡағыҙҙай таҙа күңелендә
Йылы хәтер булып ҡалайым.

Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары
Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем,
Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары.
Ана, ҡара, ниндәй матур донъя,
Ары торһон хатта яҙҙары.
Урмандарҙы күрсе – нисәмә төҫ
Йәйғор булып ергә түгелгән.
Алтын япраҡтары, миләштәре
Хәтфә болондарға сигелгән.
Һары һағыш, тиеп әйтмәсе һин,
Йәштәр түгел, ямғыр тамсылай.
Хушлашыуҙар мәлен мин дә тоям,
Күңелемде аһ-зар ҡамсылай.
... Күҙ йәштәре кибер, өмөт өҫтәп
Иркәләгәс ҡояш нурҙары.
Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем,
Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары.

Көҙ-ижадсы
Көҙ бейетә ерҙе үҙ көйөнә,
Сиртә-сиртә алтын ҡылдарын.
Һары япраҡтарҙы өйөрөлтә,
Һуңғы вальстың һуҙып йырҙарын.
Тып-тып итә ямғыр тамсылары
Талғын ғына моңға эйәреп.
Сафҡа баҫҡан ғорур ҡарағайҙар
Көҙ сығышын ҡарай ирәйеп.
Ҡайын, миләштәр ҙә илһамланып
Бәүеләләр наҙлы көй тыңлап.
Йылғыр елдәр һыйпап иҫкән саҡта
Тәңкәләре ҡала сылтырап.
Сәхнәләрҙең бәрхәт келәменә
Йәйғор булып төҫтәр һибелгән.
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Сәйләндәрҙән биҙәк сигелгән.
...Бар донъяны үҙ көйөнә имләп,
Көҙ-ижадсы ҡорған тамаша.
Аҡ шаршауҙар төшөр алдынан
Һуңғы йырын һуҙа йәш аша.

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
Таш йорттарға инеп бикләнгәнбеҙ,
Мөйөш һанап үтә ғүмерҙәр.
Таш йорттарҙың шыҡһыҙ һыуығынан
Әллә ҡата инде күңелдәр.
Күрше генә торған фатирҙа ла
Кемдәр йәшәгәнен белмәйбеҙ.
Ҡулды биреп һаулыҡ һорашмайбыҙ,
Хәлен белешергә кермәйбеҙ.
Тишек аша ғына күҙәтәбеҙ
Кеме инеп, кеме сыҡҡанын.
Әҙәп һаҡлап, юрый ишетмәйбеҙ
Ығы-зығы, тауыш ҡупҡанын.
Мәжлес-ҡунаҡтарға йөрөшмәйбеҙ,
Доға ҡылып хәйер бирмәйбеҙ.
Йортта ясин сыҡһа, мәрхүмкәйҙең
Исем-шәрифен дә белмәйбеҙ.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр,
Заман өсөн былар - ят һүҙҙәр.
Ҡала үҫә. Яңы биҫтәһендә
Ҡалҡып сыҡты йәнә таш өйҙәр.

Кеше булып ҡалһаҡ, шул еткән...
Бөгөн бына тормош китабының
Таҙа битен тағы асабыҙ.
Тиҫтәләрҙе ваҡлай-ваҡлай яйлап,
Ғүмер үрҙәренә баҫабыҙ.
Эйе, тула тормош китабыбыҙ,
Ҡалынайған төҫлө тойола.
Тулһын, әйҙә, үкенмәйек, дуҫҡай,
Беҙ йәшәйбеҙ әле донъяла.
Беҙ йәшәйбеҙ быҫҡып түгел, дөрләп,
Минут-секундтарҙы һанамай.
Ә уйлаһаң, был аяуһыҙ яҙмыш
Нисек кенә беҙҙе һынамай.
Шатлыҡтарын бирә шаштырғансы,
Хәсрәттәрен - һыуһын ҡандырып.
Һөйөүҙәрен, беҙҙән һорамайса,
Зәһәр уттарында яндырып.
Бирһен, әйҙә, тормош даръяһында
Аҙашмаһаҡ - беҙгә шул еткән.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай, тиҙәр,
Йәшәү ҡанундары шул микән?
Кеше булып ҡалһаҡ, шул еткән,
Кеше булып ҡалһаҡ, шул еткән...

Бәхетеңде өләш
Бер шәм алып, биште тоҡандырһаң,
Балҡып китә, гүйә, тирә-яҡ.
Төн хужаһы ай ҙа, йондоҙҙар ҙа
Нурын һибә кеүек яҡтыраҡ.
Бәхет тә бит шулай, өләшкәндән
Арта ғына, һис тә кәмемәй.
Шат йылмайыу аша бәхетеңде
Тарат кешеләргә йәлләмәй.
Өрөп йылыт наҙлы һүҙең менән
Шаҡарылып туңған күңелде.
Хәсрәт баҫҡан күҙҙәр асылһындар,
Шатлыҡ йәштәренә күмелеп.
Тайып йығылғанға ҡулыңды һуҙ,
Өмөтһөҙгә өҫтә ышаныс.
Аҙашҡандар өсөн
Йөрәгеңә тулыр ҡыуаныс.
Тиҫтә тапҡыр артып, кире ҡайтыр
Һин өләшкән бәхет үҙеңә.
Бер шәм алып биште тоҡандырһаң,
Донъя ла бит яҡты күренә.

Йомаҡ ҡына икән был донъялар
Ҡунаҡ ҡына беҙ бит был донъяла,
Тыйнаҡ ҡына ғүмер итәйек.
Гонаһ түгел, тик сауаптар алып,
Тормош юлҡайҙарын үтәйек.
Йомаҡ ҡына икән был донъялар,
Асылына кем һуң төшөнөр?
Берәү шөкөр итер булғанына,
Етешмәй, тип кемдер бошонор.
Кемдер бәхет күрер тик тәхеттә,
Дуҫын һатыр, затын онотор,
Байлыҡ тиеп йәнен фиҙа ҡылыр,
Бер тин өсөн донъя болғатыр.
Берәү гел шатланып йәшәр, булмаһа ла
Дәрәжәһе, затлы һарайы.
Кемдер ҡабат-ҡабат малын һанар
Көнсөллөктән йөҙө ҡарайып.
Бишкә бүлеп һыйлар бер алманы,
Йорто тулы булыр берәүҙең.
Кемдер яңғыҙлыҡта көн үткәрер,
Ишеге булыр һәр саҡ терәүле.
...Мәңге түгел әҙәм балаһының
Сәйәхәте фани донъяла.
Бер көн килеп әжәл ишек ҡаға,
Кем булһа ла, ниндәй булһа ла.
Ҡыҫҡаҡ ҡына икән был ғүмерҙәр,
Мәғәнәһеҙ, бушҡа уҙмаһын.
Тапалып та туҙған намыҫ өсөн
Үкенергә бер үк яҙмаһын.

 

Автор:Римма СОЛТАНОВА.
Читайте нас: