Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Март 2021, 10:15

ДОҒА

Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ -Һибелешеп юғалған.Беребеҙ - уңға, икенсебеҙҺул тарафҡа юл алған.

Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ -
Һибелешеп юғалған.
Беребеҙ - уңға, икенсебеҙ
Һул тарафҡа юл алған.
Таралған болот ишебеҙ -
Берекһәк, күкрәр инек.
Эх, ҡасанғы быуаттарҙа
Ҡалҡандай күкрәк инек...
Туҙҙырылған иләүҙәй беҙ -
Ҡымырйып ҡына тынған.
Рух бағанабыҙ ауғандай,
Иман терәге һынған...
Йырҙаһын юғалтҡан йылға -
Маҡсатһыҙ барған юлсы...
Эй, бер Аллам, башҡортома
Рәхмәтең менән баҡсы!
Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ -
Һибелешеп ятабыҙ,
Был - беҙҙәргә тигән ҡапҡан,
Был - бик оло хатабыҙ.
Аҡыҡ саҡтарына ҡайтар
Аҫыл ғына халҡымды -
Йығылған еренән торһон,
Ятҡанынан ҡалҡынһын!
Читайте нас: