Шиғырҙарым минең өсөн - һауа, Донъямдың бар йәме шуларҙа....Бына тағы күңел иләҫләнә –Шиғыр тыуыр, йөрәк тулар ҙа...
ШиғырҙарымШиғырҙарым - сабый балаларым,Яҡын күрәм бигерәк мин һеҙҙе.Сәскә атҡан кеүек, күңелемдеЯрып сығаһығыҙ бит инде.Шиғырҙарым - сылт(ы)рап аҡҡан шишмә, Ҡайсаҡ ағыла ла ағыла.Ҡай сағында күңел тын күл кеүек -Шул шиғырлы сағын һағына...Шиғырҙарым минең өсөн - һауа, Донъямдың бар йәме шуларҙа....Бына тағы күңел иләҫләнә –Шиғыр тыуыр, йөрәк тулар ҙа...
Сирен - серле сәскәСирен - серле сәскә. ҠыуандыраХуш еҫтәрен бөркөп һәр йәйҙә.Серҙәремде һеҙгә генә сисәм,Тын ҡалығыҙ әле бер, әйҙә...Йәйге кистә осрашманыҡ һис тә,Осрашыуҙар мөмкин түгелдер.Осрашыуҙар көтөп, тик зарығып ҡынаЙәшәү беҙгә насип булғандыр.Сирен сәскәләре ҡойолдолар,Ҡойолманы күңел һағышым.Әсе елдәр иҫеп, алып китте Сәскә һағышының нағышын.Сирен - серле сәскә, йәйен сәскә ата.Серҙәремде систем сиренгә.Һағышымды алып китте елдәр, Сирен тәме ҡалды ирендә...
Йөн иләйемЗыр өйрөлтөп йөн иләйем,Бәйләйем, тип, ойоҡбаш,Баламдың аяҡ ҡынаһыӨшөмәһен һыуытҡас.Еңгәйемдән өйрәндем мин. Ул йөн иләгән саҡтаЕңгәй ҡулындағы орсоҡ Үҙе иләйҙер хатта.Мин тоттоммо, ул ҡарыша,Тырышам бар хәлемсә.Тик ебем дә тумар-тумар,Ойоҡбаш та ҡалынса.Ойоҡтарҙы бергә һалһаң,Еңгәйҙеке йылмая.Ә минеке, көйгән төҫлө,Йөҙҙәрен һытып ҡуя.Мин ғәйепле түгелмен шул, Орсоҡ шулай тыңламай.Оҫтарырмын мин дә бер саҡЕңгәм кеүек. Үәт, шулай!
Ҡандра күлҠандра күле, ай, тымыҡ күл,Бар серлелек үҙендә.Ел-дауыл була күрһә, тим,Шаулай Ҡандра күле лә.Ҡандракүлде буйлайым,Һин ҡайҙа тип уйлайым.Үҙ бәхетемде табырмынҠандракүлдә, моғайын.Ҡандракүлдә тал-тирәк,Шаулап үҫкән бигерәк.Бәғеркәйем, оноттоңмо?Иҫкә алаһың һирәк.Ҡандракүл йөрәк яндыра,Тик һин генә күңелдә.Йоҡлап йөрөһәң улайтып,Тороп ҡалырһың һин дә.
Шәлкәйҙәрем селтәрлеКис ултырып шәл бәйләйем,Шәлкәйҙәрем селтәрле.Сәскәләй, ай, ғүмеркәйем Күңелле үтә әле.Һағынам бала сағымды,Атайымдың ҡосағын,Әсәйемдең иркәләүен, Аласыҡтың усағын. Шәлкәйҙәремде бәйләйем,Күңел йылымды һалып.Балаҡайымды уйлайым,Йоҡоларымдан ҡалып.Был донъяла ҡунаҡбыҙ беҙ,Ҡәҙерен белһәк ине.Иман юлдарында йәшәп,Изгелек ҡылһаҡ ине.