Кисәгеңдән файҙа тапһаң,
Боронғолоҡ һаҡланыр.
Йола тота белгән генә
Аҡбуҙатын атланыр.
Йырлаһаң гел таулы йыр ал,
Боронғолоҡ бөркөлһөн.
Гел хыялдан тыумаһын йыр -
Бер илаһын, бер көлһөн.
Боронғоноң һүҙе тапҡыр,
Юлы таҡыр – бормалы.
Күңел һалып сәс орлоғоң,
Булһын йырлап урмалы!
* * *
Ни күрһәтһә тормош – шул шиғырҙа,
Минең яҙмыш булыр йырымда.
Миңә хәтле нисә дәүер үтһә,
Шул сағыла маңлай һырымда.
Рух хаҡына дәүер төпкөлөндә
Ни юғалһа, шуны йыр һонһон.
Илбаҫарға минең рухым түгел,
Ербаҫарҙар рухҡа буйһонһон!
Мин үҙемде асам йырҙарымда,
Дәү дәүерҙәр серен асҡандай.
Ергә тәүләп аяҡ баҫҡан саҡта,
Айҙан күңел ергә баҡҡандай.
* * *
Башҡорт теле тороп ҡалмаҫ сәхнәләргә,
Бал ҡорттары ҡуна икән сәскәләргә.
Башҡорт теле тороп ҡалмаҫ әкиәттә,
Милләт рухы булғас һәр саҡ аҡ ниәттә.
Башҡорт теле тороп ҡалмаҫ китаптарға,
Урал таулы былбыл барҙа моң һаҡларға.
Ҡурай башын ел һыйпамаҫ ҡаҡ тауҙарҙа,
Урман-ҡыры булһа мәңге яҡлауҙарҙа.
Арыҫландан төшһә дейеү-биреләре,
Тынысланыр һарыҡ талар бүреләре.
Башҡорт теле асыр тарих тәгәрмәсен,
Ай-ҡояшлы итһә илде, әгәр, Мәсем.
* * *
Йөрәк йырын яҙҙа йырламаһам,
Әмәлем юҡ йәмдәр табырлыҡ.
Ошо йырым, әйҙә, ҡанат булһын,
Иңдәреңде һинең ябырлыҡ.
Ирер ҡарҙар...
Һыуға тулыр ярҙар...
Бар тереклек хорға ҡушылыр.
Тау-урмандар көрттән әрселеүгә
Яҙҙың теле һайрар ҡош булыр.
Етә ваҡыт...
Ерҙә тәү сәскәләр
Ҡарҙы тишеп сәскә атырлыҡ.
Илаһи мәл күсһә тау башына,
Йәшел яулыҡ болғар матурлыҡ!...
* * *
Йыр ҙа яҙға оҡшаш – тәүге өнөн
Ярмаланған ҡарҙар сығара.
Күгәрсендең ҡушып гөрләүҙәрен,
Гөрләүектәр аҙаҡ һуғара.
Ташты тишер сылтыр тамсылары,
Көй булһын тип, тасты тишерҙәй.
Турғай хорын йыйған ҡыуаҡлыҡ та
Үҙе йырҙай осоп китерҙәй.
Йыр ҙа яҙға оҡшаш – йөрәгеңә
Һөйөү тамсылары тамыуҙан.
Оло һөйөү көтөп тыуа йыр ҙа
Мөхәббәтте ерҙә табыуҙан!
* * *
Һорамағыҙ ниҙән мәхрүмлекте –
Урланғандай тотош яҙмышым.
Йолҡҡоланған ошо яҙмыш буйлап,
Хаҡлыҡ эҙләп юлдар ярмышым.
Сәлдерелгән төпкә йәшерелә,
Ялатыла хаҡлыҡ ялғанға.
Яһалма сер асыу табышмы ни,
Ни ышаныс бөгөн танғанға?
Юғалтҡандар ҡайсаҡ табылһа ла,
Үлгәндәр бит ҡайтмай киренән.
Тарих дауамы ул - хаҡлыҡ эҙләү,
Ваҡыт таптырыуы теренән...
Быуат ҡына түгел, мең дәүерҙәр
Ҡайнатҡанда шағир йөрәген –
Шағирында илдәр яҡлау таба,
Ә халҡында шағир – терәген!
* * *
Шағирға ла билен биштән быуып,
Көрәштәргә сығыр майҙан бар.
Билалышта – беләклеләр ситтә,
Һабантуйҙа булыр ундайҙар...
Дөрөҫлөк һәм хаҡлыҡ көрәшенә
Йырлап сыға икән шағирҙар –
Ялғандарҙың тотмаҫ быуындары,
Тынып ҡалыр көнсөл маһирҙар.
Халҡы өсөн, иле, теле өсөн,
Ере өсөн барған көрәштә
Ғәҙел һүҙҙән дошман өнөн тығыр,
Телһеҙ ҡалыр хатта көндәш тә.
Милләт иҙгес иҫке ҡанундарҙы
Таштай бәрһә шағир бил аша –
Бүләк алыр -
Шат йыр шаңдауҙарын,
Күп илдәрҙән йөҙәр тел аша!..
* * *
Яманлыҡтан яҡшылыҡты,
Ҡараңғынан яҡтылыҡты
Айырмай торған заман.
Яҡшылығы – ҡараңғыла,
Яманлығы – яҡтылыҡта
Көн күргән заман – яман.
Булдыҡһыҙҙан талантлыны,
Моңһоҙҙарҙан ҡанатлыны
Айыра алмаҫ заман.
Талантлыны моңһоҙ баҫҡан,
Булдыҡһыҙҙар ҡанат аҫҡан
Заманда йәшәү – яман...
* * *
Баш һуҡҡан яҡ – иҫәр өсөн,
Яңғыҙлыҡта – юл уңмаҫ.
Халҡың юлы – хаҡлыҡ юлың,
Бер була ул – ун булмаҫ.
Күҙ күргәне – илең башы,
Маңлай күҙҙә ҡалғаны.
Шул ҡалғаны һәр Кешене
Оло уйға һалғаны.
* * *
Илең йөгө ятһа иңдәреңә – биҙмә,
Ауырлығы төшһә
билдәреңә – һиҙмә.
Тамыр йәйгән ере ил йөгөнөң – йөрәк,
Уға мең юл үткән хаҡ бөгөнөң терәк.
Терәклене иле һынар батырлыҡта,
Атын яҡлар һүҙ-ҡылысы – тапҡырлыҡта.
Ерҙә йөрөр яуыз – ярты дошман, бел һин,
Күк ишетмәҫ хаҡ һүҙеңде - ҡуштан белһен.
Мөғжизәләр көтөр
Мөхәббәттән батша,
Пәйғәмбәрҙәр юҡҡа
Мөхәммәттән башҡа.
Урал батыр һаҡлап үҙ Мәккәһен – үлгән,
Ул ер бөгөн һүҙ Мәккәһе – Шүлгән!
Йәшеллеккә тере һәйкәл бит ул – ҡурай,
Башҡорттоҡо булған өсөн донъя урай.
Урал батыр илен, телен данлар йырым,
Бүләктең мин тапмам, халҡым, шунан ҙурын!
Илең йөгө ятһа иңдәреңә – күтәр,
Ил тигәнгә ҡаршы булғанда ла күктәр.
Хаҡлыҡ көрәшендә иң кәрәге - атың,
Инде йырҙа хаҡлыҡ даулашмаһаң – ятһың!
* * *
Хыял йырым өн булһын тип,
Үткәндән үтәм ҡат-ҡат.
Етәр инде күк гиҙеүҙәр,
Һин, тормош, ерҙән атлат!
Хыял йырым көн күрһен, тип,
Һыҙам да яҙам ҡат-ҡат.
Ерҙә йәшәп ер һағындым,
Һин мине күктән апҡайт!..
* * *
Уралтауҙың аҫыл үрҙәренә
Йөрөп сығайымдыр ҡалайтып?
Һәр түбәнән тороп әйтер һүҙ бар,
Үҙ илкәйем - алтын һарай, тип...
Тик ҡайҙа ул урын аҡ шиғырға,
Тауҙар данлар йырға киңлектәр?
Һуҡыр баҙар илдән һум һурғанда,
Илгә ҡала һуҡыр тинлектәр.
Уралтауҙың аҫыл урындарын
Күреп сығайымдыр ҡалайтып?
Сығайыммы юлға таш артмаҡлап,
Атһыҙ килеш – тин тип, ҡалай, тип?!.