Күләүектә йәйелә яҙ –
Ҡар һыуы туплай ҡөҙрәт.
Ҡыйыҡ-һаҙаҡтан уҡ-боҙҙар
Атыла, етеп мөҙҙәт.
Күләүектә сағыла яҙ –
Аҡлы-ҡаралы мәле.
Туңаҙыта иртә-кисен –
Ҡары күтәртә әле.
Күләүектә суптырлай яҙ –
Лысма һыу итәк-еңе.
Ҡарышҡыр ҡыш бирешмәҫтәй –
Тиҙ генә булмаҫ еңеп!
Күләүектә тирбәлә яҙ
Сағыу, ҙур ҡояш булып.
Ҡар шекәрәһен имгәнгә
Бар ергә етә ҡулы.
Күләүектән тарала яҙ –
Даръяға ашыр инде.
Ярһыу нәфсеһен йүгәнләп,
Ошолай баҫыр инде...