Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Февраль 2020, 15:00

ШАҠАЙ БУРАНЫ

Йылы ҡышына ла күндек –Сасҡауҙар үтте урап.

Йылы ҡышына ла күндек –
Сасҡауҙар үтте урап.
Яҙға тартым көндәре лә
Баралар инде ырап.
Туптан ҡалған аҡҡошто ла
Йылытыр март ҡояшы.
Ҡаранлаған Иҙелендә
Үҙен хужа тоясы!
Көндәр төндәргә ялғана
Бөләңгерт эңер аша.
Ә әлегә – ҡарлы буран –
Шаҡай-феврале шаша.
Йылы ҡышына ла күндек-
Яҙғанды күреү лазым.
Әлегә февраль тулғаҡлай
Тыуҙырмаҡ булып яҙын...
Читайте нас: