Туҡһанын тултырыр саҡта
Яңылышты әсәй.
Икиҫләнеп, үҙе белгән
Донъяһында йәшәй.
Донъя көткән саҡтарында
Бер ҡаялай ине.
Тормош-ҡамсы ҡағып-һуғып
Эй аямай ине.
Аҡыл бирер саҡтарында
Серле ҡумта ине.
Оло донъя, оло өйҙө
Яңғыҙ тота ине.
Ғүмер иткән саҡтарында
Һыр бирмәҫтәй ине.
Урты тулы ҡан булһа ла
Төкөрмәҫтәй ине.
Туҡһанын тултырыр саҡта
Икеләнде әсәй.
Беҙле генә донъяһында
Үҙе генә йәшәй.
Ҡартлыҡ бөккән әсәләрҙең
Аҡылдарын ая!
Йәлләткес тә булып сүккән
Алдарымда ҡая...