Иҙән тулы - төрлө уйынсыҡтар,
Ейән - ейәнсәрем уйнаған;
Һәр бер өйгә таныш күренештер:
Уйнағандар,ләкин йыймаған.
Машинаның ниндәй төрҙәре юҡ:
Үҙйөрөшлө,рулле - рулһеҙе;
Ҡурсаҡтарҙың йырлап - һөйләшкәне,
«Әсәй « тигәндәре,телһеҙе...
Алыҫтарҙа ҡалған баласағым
Күҙ алдымдан үтте теҙелеп,
Уйынсыҡһыҙ үтте ул баласаҡ,
Ләкин һағындыра өҙөлөп.
Һәр бер өйҙә ишле бала ине,
Ҡусты ,һеңле - тере ҡурсаҡтар.
Ниндәй генә уйын уйнаманыҡ!-
Урамдарҙа үтте ул саҡтар.
Ҡыш сананан төшмәй тауҙан шыуҙыҡ,
Боҙланышып ҡатҡан быйманы
Өйгә ҡайтҡас,саҡ - саҡ сисә инек,
Тик уйнауҙан бер кем тыйманы.
Йәй бигерәк иркенлеккә сыҡтыҡ,
Уйындар ҙа хәтәр күп ине;
Балыҡ кеүек һыуҙа йөҙә - йөҙә
Аяҡ - ҡулдар,ирен күк ине.
Ҡунаҡ саҡырыштыҡ ҡыҙҙар менән
«Бәлеш «бешерҙек тә балсыҡтан,
«Сәйҙәр» эстек матур сынаяҡтан -
Сүплектәрҙән йыйған ярсыҡтан.
Йәшел сиҙәмдәрҙә көндәр буйы
Төрлө - төрлө уйын уйнаныҡ.
Йылдар,йылдар...Бик тиҙ үттеләр шул,
Һис кенә лә уйнап туйманыҡ.
...Иҙән тулы уйынсыҡҡа ҡарап,
Тәрән уйға сумып торамын;
Үҙәктәрҙе өҙөп иҫкә төшкән
Баласаҡҡа барып ураным.