Мин төш күрҙем бөгөн таң алдынан,
Имеш, Марсҡа юлдар һалғандар,
Байҙар барыһы ла күсеп бөткән,
Еңел тын алғандар ҡалғандар.
Ең һыҙғанып, халыҡ эш башлаған:
Сүплектәрҙән Ерҙе таҙартҡан,
Күпме ҡаралыҡты йыуып-йышҡан,
Ағартаһын улар ағартҡан.
Байы, ярлыһы юҡ, имеш, бында -
Бар кешеләр тигеҙ көн күргән,
Сүплек баҫҡан ялан-баҫыуҙарҙа
Туҡ башаҡлы иген үҫтергән.
Газды, нефтте сит илдәргә хәҙер
Һатҡан дәүләт бары аҡсаға,
Аҡса булғас, эш тә тулып ятҡан -
Ил әйләнгән ҙур гөл-баҡсаға.
Шат йылмайыу ҡунған һөрөм баҫҡан
Ҡара көйгән бик күп йөҙҙәргә,
Йәшәүгә дәрт, ышаныстар артҡан
Нуры ҡайтҡан моңһоу күҙҙәрҙә.
...Һәм уянып, тирә-яҡҡа баҡтым:
Ике синыф ерҙә көн күрә,
Кемдер осон осҡа саҡ-саҡ ялғай,
Байҙар инде туйып һикерә.
Миллиардтар урлап,улар байый,
Тыйыусы юҡ - бер кем бәйләнмәй,
Йәшәүҙәре вилла, танхауста -
Әйтергә бит тел дә әйләнмәй.
Сөнки илдең барлыҡ ҡанундарын,
Тауыш биреп, улар сығара,
Ғәҙелһеҙлек, бурлыҡ, хәйерселек –
Сығырҙарҙан ғына сығара.
Шырпы ҡабы кеүек кескәй йорттар -
Ағас төбөндәге бәшмәктәй.
Байҙар судно, яхталарҙа йөҙә,
Ә башҡалар йөҙә кәшмәктә.
Сит илдәрҙән килә тауар-ризыҡ,
Юҡ шул шуға эшләр эше лә.
Байҙар һаман ҡалған малды талай,
Ҡайғыһы юҡ ябай кешелә.
Ололарға ҡайҙан ял йорттары,
Сәйәхәттәр - төрлө тарафҡа,
Бер көн пенсияһын алған булһа,
Икенсе көн инә бурысҡа.
Тоҙон ғына түгел, боҙ ҙа ялап,
Итәк ҡырҡып, еңде ямайбыҙ.
Сер бирмәйбеҙ әммә сит-яттарға,
Беҙ бәхетле, тибеҙ, беҙ - байбыҙ.
Иҫ китерлек түҙем беҙҙең халыҡ,
Барға шөкөр итеп өйрәнгән.
Айырмаһын бары әпәкәйҙән,
Айырмаһын картуф-өйрәнән,
Имен булһын донъя, тиеп халҡым,
Амин тотоп, битен һыпыра.
Байҙар ғына мәңге туя белмәй,
Ил байлығын һаман йыпыра.
Һәр кешегә килә ғүмер сиге,
Ҡарап тормай байын-ярлыһын,
Мәле еткәс, килеп ишек шаҡый,
Ҡасып, ҡайҙа ғына бармаһын.
Эй, ғүмерҙәр ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа шул,
Елдәй елеп үтә, һыҙғырып.
Әжәл алып китә бәндәләрҙе,
Байлыҡ ҡала, ыҙғыш тыуҙырып.
Ыңғайлаймы, тиһәң, тормош аты
Килтерә лә тибә тәртәгә.
...Беҙҙең урамға ла байрам килер,
Бөгөн булмаһа ла – иртәгә.