Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Октябрь 2019, 16:00

Үсле булма, кешем, көслө бул, Көслөһөң һин - еңһәң үҙеңде...

Шөкөр итеүҙәргә ни етә – Ул күңелде көйһөҙ бейетә!!!Таңһылыуҙың сираттағы шиғри шәлкемен уҡып сыҡтым да – телһеҙ ҡалдым: бына бит талант, тел бәҫен белеүсе, әйтер фекерен үҙенсә генә еткереүсе ҡәләм әһеле.

Шөкөр итеүҙәргә ни етә –
Ул күңелде көйһөҙ бейетә!!!
Таңһылыуҙың сираттағы шиғри шәлкемен уҡып сыҡтым да – телһеҙ ҡалдым: бына бит талант, тел бәҫен белеүсе, әйтер фекерен үҙенсә генә еткереүсе ҡәләм әһеле.
Шәлкемдәрҙә, ғәҙәттә, бер-ике көслө шиғыр, күҙҙән бикәр күңелде ярып инер фекер була. Арттырыу-шапыртыу юҡ: былар барыһы ла көслө фекергә, фәлсәфәгә, ҡиммәткә эйә! Мәҫәлән: ”Ике йөҙлө илле дуҫтан артығыраҡ аңлы дошман”, “Дуҫтан дошман яһау өсөн ни бары етә шыпа алйот ҡына булыу ҙа. Дошманды дуҫ итер өсөн ҡайһы саҡ етмәй ҡуя академик уҡыу ҙа,”, “Шөкөр итеүҙәргә ни етә – ул күңелде көйһөҙ бейетә!”, “Их, биҙрәгә ҡайта инек ҡояштың үҙен һалып” – ошо юлдарҙы шиғри асыш тимәй сара юҡ – шөкөр итә белеү сәбәпле күңелдең көйһөҙ ҙә бейеүен иман байлығына эйә, ихлас кешеләр генә тоя һәм кешегә шуны һүҙ сәнғәте итеп еткерә белә лә баһа! Бала саҡ, һыу юлы һуҡмаҡтарына күңелендә генә ҡайтып, шағирә биҙрәләренә ҡояштың үҙен һалып алып ҡайта – шундай йылы, үҙенсәлекле, ауылса образ!
“Хисап”, “Эскелек”, “Ашығабыҙ” шиғырҙары менән Таңһылыу меңдәрҙең күңел халәтен, торошон, уй-фекерен, тормошҡа мөнәсәбәтен үҙенсә генә күңел-сәпкә тейҙереп белгертеп ҡуя.
Был шиғырҙарҙың күбеһе таңға ҡарай үҙенән-үҙе ағылды ла килде, мин яҙыусы (писарь) ролен генә үтәнем, ти Таңһылыу. Ижад кешеһенә Раббыһынан илһам килгән саҡтың бер сағылышы был шиғырҙар – уларҙан һеҙ ҙә ауыҙ итегеҙ – ысын шиғыр таты күңелегеҙҙә ҡалһын!
Айһылыу Ғарифуллина.
ДУҪ
Табын-ашта күп ул дуҫтар,
Бәлә килһә – һирәк устар.
Аш еймәгән ҡуйыр иңен,
Бай дуҫ эҙләр үҙе тиңен.
Ашта түгел, эштә һына,
Ысын дуҫты тапҡың килһә.
Был ысын дуҫ, тип әйтерһең
Ауыр саҡта хәлең белһә.
Дуҫ тигәнең эстән үсәп,
Йылмаймаһын бары тыштан.
Ике йөҙлө илле дуҫтан
Артығыраҡ аңлы дошман.
КЕШЕЛӘР
Кешеләргә теләгәнем – изгелек,
Тик китәләр йәнде ҡайсаҡ иҙгеләп.
Шундай саҡта күңелемә мең рәхмәт –
Тора ундай бәндәләрҙе һиҙгеләп... ҡатмарлы,
Бәғзеһе бай, бәғзеләре ҡарт, ярлы.
Бар арала һәр шатлыҡҡа көнләшкән,
Бер шатлығын уртаҡлашып, өләшкән.
Бар булышҡан бик аҫтыртын, артыңдан,
Ҡолатырға теләгәндәр атыңдан.
Боҙоҡ эштең юлы ҡыҫҡа – бумеранг.
Кире ҡайтыр барыһы ла һуңыраҡ.
Дуҫтан дошман яһау өсөн ни бары
Етә шыпа алйот ҡына булыу ҙа.
Дошманды дуҫ итер өсөн ҡайһы саҡ
Етмәй ҡуя академик уҡыу ҙа.
Кешеләргә теләйек тик изгелек
Уңыш булып ҡайтһын өсөн көҙгөлөк.
Ғүмер көҙө булыр ул саҡ алтындан,
Матур эҙең ҡалыр һинең артыңдан.
ШӨКӨР
Затлы тун юҡ минең иңемдә,
Тир бөрсөгө һәр бер тинемдә.
Еңел һулап ҡуйҙым, һәр тинем
Харам ерҙән инмәй, тинем дә.
Шуға ҡыуандым мин кинәттән,
Байлыҡ бөркмәһә лә келәттән.
Шөкөр итеүҙәргә ни етә,
Ул күңелде көйһөҙ бейетә.
Һуҡыр байлыҡ нимә, күңелдәр
Мөлкөп торһон әле байлыҡтан.
Хоҙай аралаһын бәндәһен
Нәфсе ҡоло – күңел һайлыҡтан.
УҪАЛДАРҘЫҢ БУЛА ТӨРЛӨҺӨ
Уҫалдың да була төрлөһө:
Була уның эсе керлеһе,
Була аҡыллыһы аралап –
Ҡуйһа ла ул күңел яралап.
Кенә тотмаҫ ундай уҫалдар,
Ғүмер итмәй улар ыҫылдап.
Эсе керлеһенә – һүҙ әрәм,
Була улар яһил бер әҙәм.
Ошолары уның аҫтыртын,
Ҡарап йөрөү кәрәк ал-артың.
Аҡыллыһы иһә уҫалдың
Артҡы яғын аса миҙалдың.
Тура әйтһә әйтер сатнатып,
Аҫтан киҫмәҫ, йөрәк ҡанатып.
Иҫәр уҫалдарға ни үпкә –
Киҫә улар йөрәк ҡанатын.
Үсле булма, кешем, көслө бул,
Көслөһөң һин – еңһәң үҙеңде
Һәм кәрәкле ерҙә, алдашмай,
Әйтә алһаң дөрөҫ һүҙеңде.
Үсле булмай бит ул көслөләр,
Үсле була шайтан эслеләр.
Үс бит ашай эстән үҙеңде,
Йыуғыс төҫлө итә йөҙөңдө...
Аҫтан киҫкән оҡшаш киҫкәгә,
Шырт елгә лә ҡурҡып һиҫкәнә.
Ҡылғандары ҡалмай артынан,
Яуызлығы шулай еҫкәнә.
Уҫаллыҡтың була төрлөһө,
Абай бул һин ғүмер кискәндә.
Бысаҡ ҡаҙау нимә йөрәккә,
Аҫтан берәү аяҡ киҫкәндә...
ТҮҘЕМ...
Түҙем, түҙем, түҙем...
Әрһеҙ ҙә һуң үҙең -
Ниндәй саҡтар булды,
Үҙгәрмәне йөҙөң.
Ҡыҫҡаның да тешең,
Уртың ҡанатҡансы,
Аяғөҫтө тораң
Ҡайсаҡ таң атҡансы...
Була шундай саҡтар –
Алҡымыңда йәнең.
Күрмәй хатта күҙҙәр
Яҡты донъя йәмен.
Юҡ, әрһеҙлек еңә –
Тороп баҫаң, түҙем.
Әсе йәшен йотоп,
Тура ҡарай күҙең...
Арыным мин һинән,
Ташла мине, түҙем...
“Минһеҙ яңғыҙ нисек
Көн итерһең үҙең...”
...Шулай ти ҙә түҙем
Ҡосағына ала.
...Тик уртымда ғына
Яңы яра ҡала...
НИМӘ БУЛДЫ ӘЛЕ БЫЛ ДОНЪЯҒА?
Нимә булды әле был донъяға,
Йөрәктәрҙе өтә ҡазалар:
Һыу аҫтында ҡала тотош ҡала -
Күптәр донъяһынан яҙалар.
Миллионлап гектар урман яна,
Ерем яна әрнеп-һыҙланып.
Ер үпкәһе булған йәшеллектән
Тик киҫкәләр ҡала ҡуҙланып.
Ә тегендә шартлай хәрби келәт,
Йоҡоларын алып меңдәрҙең.
Был афәттә һәләк булды икән
Ғәзиздәре тағы кемдәрҙең?..
Ил ҡайғыһы йәнде телеп үтә,
Сараһыҙлыҡ ала алҡымдан.
Йортһоҙ ҡалған анау сабыйҙарҙы
Нисек аярға һуң һалҡындан?..
Тере килеш янған йәнлек-ҡоштоң
Үкһегәнен, гүйә, ишетәм.
Ватандаштар, һеҙҙең хәсрәттәрҙе
Йөрәгемә өнһөҙ иш итәм.
Нимә булды әле был донъяға?...
Яуап тапмай ҡайта һорауым.
...Иртән тороп бары доға ҡылам –
Илгә именлектәр һорауым...
Илгә именлектәр юрауым..
КҮРШЕ ХАҠЫ
Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы.
Баһа булған юғары.
Бөгөн, гүйә, әҙәм затһыҙ
Өйҙәр тора ни бары.
Ҡайҙа ҡалды күрше менән
Сәйҙәр эсеүҙәр яйлап.
Сәй нимә ул, ут күршеләр
Күрешмәй хәҙер айлап.
Өйҙәр ҙә тәкәббер ҡарай,
Ҡоймалар бейек йорттан.
Күрше хаҡы алып ҡалған
Күптәрҙе әүәл йоттан.
Мохтажлыҡ юҡ ут күршегә –
Икмәк-тоҙ үҙебеҙҙә.
Яҡты бер сатҡы юғала
Йөҙҙәрҙә, күҙебеҙҙә...
Ҡоймалар бейегәйһә лә,
Сүгә бара күңелдәр –
Әүәлгесә, бер-беренә
Асыҡ-ярыҡ түгелдәр.
Ҡабыбыҙҙа шып-шым ғына
Йыбырлап үтә ғүмер.
Их, күршегә һоҫҡо тотоп
Ин икән һорап күмер.
Индек булған әүәл ҡапҡа,
Күстек ағас, тимергә.
Тимер ҡоршау эстәрендә
Күпме йәндәр тилмерә.
Күңел ҡапҡаларыбыҙ ҙа
Тимерҙән мәллә бөгөн?
Күршеһенә бушатҡандар
Әүәле күңел йөгөн.
...Аяғыма тиҙ-тиҙ генә
Оло ҡатамды элеп,
Күршегә инеп сығайым
Хәл-әхүәлен белеп.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы -
Баһа булған юғары.
Бер самауырҙы йығырбыҙ
Күрше менән ни бары!
ҺЫУ ЮЛЫ
Көйәнтәләп һыуҙар ташыу
Тарихта бара ҡалып.
Их, биҙрәгә ҡайта инек
Ҡояштың үҙен һалып.
Аллы-гөллө көйәнтә юҡ
Йәш ҡыҙҙарҙың иңендә.
Һыу юлҡайы, сер бүлешер
Серле урын инең дә...
Шишмә лә бар, йылғаһы ла,
Көйәнтәләр дефицит.
Һыу юлдарын үлән баҫҡан,
Сер бүлешеү унда сит...
Аға һыуҙар өйҙә генә:
Һыуығы, йылыһы ла.
Тик ҡояшы күренмәй ҙә,
Шуға юҡ йылыһы ла...
Һәр замандың үҙ заңы шул –
Килешмәү мөмкин түгел.
...Бары серле һыу юлында
Аҙашып ҡалған күңел...
ХИСАП
Хоҙай, ахыры, бәндәләрҙе
Ебәргән дә еренә,
Күтәрерҙәй йөгөн биргән
Уларҙың һәр беренә.
Бар йөрөгән йөҙөн боҙоп,
Күнгәндәр күп йөгөнә.
Бәғзеләре күтәралмай,
Тигеҙ ерҙә йөгөнә...
Урынлы күтәрелгән бар,
Бар урынһыҙ үрләгән.
Бар булғанға шөкөр иткән,
Бар яманып-йүрмәнгән.
Һынау бит ул фани донъя,
Һыналабыҙ, һынабыҙ.
Ҡайһы саҡта иҫәрлектән
Ҡушмағанды ҡылабыҙ.
Үкенәбеҙ, үкерәбеҙ...
Тәүбәгә килгән һирәк.
Кемдәлер көслө тик беләк,
Кемдәлер – сабыр йөрәк.
Кемдер хәләл көсө менән
Тир түгеп ғүмер итә.
Икенсе берәү тапҡанын
Бер уйһыҙ хәмер итә.
Тартҡылашҡан, хаттин ашҡан
Әҙәмдәр ҙә бихисап.
Барыһын хаҡ яза көтә –
Ғәмәлгә бара хисап.
...Ошоларҙы аңлағандар
Йөҙөн борор иманға.
Аңламаған йөрөп ҡалыр
Юл табалмай томанда...
ЭСКЕЛЕК
Наһырҙарҙы ҡырҡа эскелек,
Тамырҙарҙы йолҡа эскелек.
Туҡтаһа тик туҡтар был афәт,
Әҙәм намыҫына көс килеп.
Әзмәүерҙәй ирҙәр иртәнән
Темеҫкенә урам сатында.
Шул ҡоллоҡҡа төшкән әсиргә
Өс балалы анау ҡатын да.
Онотолған бала, башҡаһы,
Тик хәмерҙә – бала аҡсаһы.
Өйөн баҫҡан бысраҡ-башҡаһы,
Сүп үрсетә булған баҡсаһы.
Хәмер, тиһәң, кәмер аҡылың,
Ҡото китер йәшәү хаҡының.
Уйлан, кешем, ошо хәшәрәт
Ҡасан һиңә ишек шаҡыны...
Ағыу һатып, алтын алған бар,
Ағыу эсеп, башын һалған бар.
Аталары эсеп бәхетен,
Ата наҙҙарынан яҙған бар...
Хәмер һата етеш-хәллеләр...
Етем сабыйҙарҙы кем йәлләр?
Ағыу хаҡы – бәхет юлымы?
Ҡурҡытмаймы аулар йылымы?
“Ауыҙына көсләп ҡоймайбыҙ,
Шуға ғәйепте лә тоймайбыҙ...”
...Һыныҡҡа бит һылтау табыла,
Шул һүҙ менән ишек ябыла.
Наһырҙарҙы ҡырҡа эскелек,
Тамырҙарҙы йолҡа эскелек.
...Үлем һатҡан теге йорттарҙа
Тормош ҡыҙа һаман кискелек...
АШЫҒАБЫҘ
Сабабыҙ ҙа сабабыҙ,
Ашығабыҙ ҡайҙалыр.
Әйтерһең, беҙ йүгерһәк,
Бар донъябыҙ яйланыр.
Ашығабыҙ эшкә лә,
Ашығабыҙ эштән дә.
Ашығабыҙ, тиҙ бул, тип
Хатта аш-һыу бешкәндә...
Етеш кеүек барыһы:
Кейергә бар, ашарға...
Нимә етмәй кешегә -
Ҡайҙа былай ашыға?
Күрше хәлен белгән юҡ,
Ай-йондоҙҙо күргән юҡ.
Ергә төбәп күҙҙәрҙе,
Сирылтҡанбыҙ йөҙҙәрҙе.
Сабабыҙ ҙа сабабыҙ,
Аяғөҫтө ҡабабыҙ.
Тәбиғәткә көйләнеп
Йәшәр булған бабабыҙ...
Ни етмәй һуң? Аҡсамы?
Юҡ, етмәй беҙгә ваҡыт.
Күңел сәғәттәребеҙ
Онталған, тотош ватыҡ...
ЙӘШНӘП ЙӘШӘ
Ян да ян һин. Һүнмә, сыҙа!
Быҫҡыуҙан тик төтөн сыға.
Осҡон ҡалһын эҙҙәреңдән,
Нур сәселһен күҙҙәреңдән.
Йәшнәп йәшә! Ғүмер бит ул
Ҡиммәт бүләк. Өлгөр түләп.
Йәшә ерҙә башҡаларға
Тик изгелек кенә теләп.
Читайте нас: