Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь , 15:25

“Бөрйәндән 1-2 айға етерлек эш тейәп ҡайттым”, ти депутатыбыҙ

Тележурналист, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Кәримова-Байбулатова Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы аҙна башында эш сәфәре менән районда булып китте. Ул Бөрйән районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты, граждандарҙы ҡабул итте. Депутат Бөрйәнгә сәфәре тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

“Бөрйәндән 1-2 айға етерлек эш тейәп ҡайттым”, ти депутатыбыҙ
“Бөрйәндән 1-2 айға етерлек эш тейәп ҡайттым”, ти депутатыбыҙ

-Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән көнүҙәк һорауҙар буйынса йылы ғына осрашыу булды. Район хакимиәте "Шүлгәнташ" музей-комплексы буйлап экскурсия, сәй эсеү ҙә ойошторған, афариндар! Төштән һуң халыҡты ҡабул итеүгә тиҫтәнән ашыу кеше килде. Күбеһе социаль проблемалар буйынса. Ҡатмарлы ғына һорауҙар булһа ла, шул тиклем ҡыуанып ҡайттым.

Бөрйән дауаханаһына яңы баш табип ҡуйғандар. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан килгән Тимур Насыров ҡолас ташлап эшкә тотонған. Йәш, дәртле, белемле. Эшләйем, ярҙам итәм, тип ашҡынып тора. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшөн үҫ өҫтөнә алды. Мин халыҡты ҡабул иткәндә лә бергә булды. Шуға медицина буйынса үтенестәр өсөн күңелем тыныс. Шулай ҙа 1-2 айға етерлек эш тейәп ҡайттым, хәҙер өйрәнергә, эҙләнергә, хәл итергә генә ҡала! – тип Бөрйәнгә эш сәфәре хаҡындағы менән тәьҫораттары менән уртаҡлаша депутат.

“Бөрйәндән 1-2 айға етерлек эш тейәп ҡайттым”, ти депутатыбыҙ
“Бөрйәндән 1-2 айға етерлек эш тейәп ҡайттым”, ти депутатыбыҙ
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: