Институтта уҡығанда тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, педагогика фәндәренән имтихан тапшырғанда иң әүәл Ленин томдарының конспекттарын талап итә торғайнылар. Был эш үҙенә күрә имтиханға инеү билеты. Конспекттарың юҡ икән, имтихандарға инеү, ары үтеү хаҡында хыялланырға ла ярамай. Лениндың 44 томлыҡ эштәрен конспектлап төндәр буйы ултырып сығаһың, шунан иртә таңдан кискә саҡлы уҡыу залында шөғөлләнәһең. Унан ҡалһа Маркстың “Капитал”ын да белеү мотлаҡ. Хәҙер уйлап ҡарайым да ҡайһылай ҙа аҡыллы осорҙа йәшәгәнбеҙ. Бөгөн бит тиңләшерлек, фәһем алырлыҡ лидерҙар юҡ. Әллә замана ваҡландымы, әллә кешеләрме, белмәҫһең...
Тарихтан имтихан бирергә китергә йыйынып ҡына торған ерҙән, портфелемә күҙ һалдым, ә унда Ленин конспекттарын туплаған дөйөм дәфтәрҙән елдәр иҫкән. Былай булғас бөттө баш, теге хисаплаған өс фәндән имтихандар тапшыра алмаясаҡмын. Яңынан томдарҙы конспектлап өлгөрөү тураһында уйларға ла ярамай, уның өсөн юҡ тигәндә ике аҙна урыныңдан тормай ҡатып ултырырға кәрәк.
Ни булһа ла булыр, тип киттем имтиханға. Уҡытыусыбыҙ Голованова фамилиялы ҡатын була торғайны. Төплө белемле, ирәбе, кешелекле кеше. Уның һуңғы сифатына өмөт бағланым да инде. Беренсе булып индем. Алда ятҡан билеттарҙың береһенә үрелерҙән алда һорау биреп тороуҙы ла көтмәҫтән былай тинем: “У меня большая беда, только вы можете меня понять!” “Что стряслось, вроде утро доброе, и у меня настроение хорошее!” тип йылмая был. “У меня украли конспекты Ильича!” “Да, действительно, положение у вас незавидное! Порядки вы знаете!” “Знаю.” “Вы конспектировали все работы?” “Все, некоторых знаю наизусть.” “То, что работы Ленина в вашей голове, это хорошо. Знаете, почему то я вам верю!” Шулай тине лә алдында ятҡан протоколдағы беренсе графаға “зачтено” билдәһен ҡуйҙы ла билет алырға рөхсәт итте. Имтиханды уңышлы тапшырып сығырға йыйынғайным ғына артымдан уҡытыусымдың тауышын ишеттем: “По остальным предметам не волнуйтесь, я своим коллегам скажу!”
Шунан осраған һайын уҡытыусым сәләмләшкәндән аҙаҡ һорап ҡуйыуҙы ғәҙәт итте: “Вы Ленина больше не теряйте, ладно?!” “Нет, он у меня в голове!”
Бөгөн ана шул бөйөк кешене тарих биттәренән урланылар, эштәрен конспектлау ғына түгел, уның кемлеген дә белмәй хәҙерге студент! Һүҙ ҙә юҡ, уның исемен йөрөткән урамдар, һәйкәлдәр бар, тик улар күптәр өсөн бер ни ҙә аңлатмаған атамалар ғына. Ленинды белеү өсөн уны иң әүәл тарихи шәхес булараҡ уҡырға һәм ҡабул итергә кәрәктер. Ни тиһәң дә ул, француз утопистарынан айырмалы рәүештә Ер шарында беренсе социалистик дәүләтте төҙөгән кеше, ә Сталин Советтар Союзын сәскә аттырҙы һәм бөйөктәрҙән-бөйөккә әүерелдерҙе. Бер яҙмамда әйтеп үткәйнем бит әле, бер белекһеҙ әҙәм мәктәп янында батҡан машинаһын сығарып ырғытылған Лениндың томдарын һалып соҡорҙан сыҡҡан. Бына шулай! Маркс, Энгельс, Лениндар бер килеп ҡайтырҙар әле беҙгә, һис һүҙһеҙ ҡайтырҙар, тарих бит ҡабатлана. Теге, минең конспектты урлаған иренсәк һабаҡташым моғайын да Лениндың эштәрен һаман да булһа һаҡлайҙыр, байлыҡтай күреп һаҡлайҙыр! Михаил Булгаковтың “Мастер и Маргарита”һындағы әйтелгән фекерҙе саҡ ҡына үҙгәртеп былай тим: “Ҡульяҙмалар һис ҡасан юғалмайҙар ҙа янмайҙар ҙа!” Владимир Ильич Лениндың тыуған көнө менән барығыҙҙы ла тәбрик итәм, ағай-эне!
Хәйҙәр Тапаҡов, яҙыусы.