Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Март , 11:35

Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов һайлауға ҙур ғаиләһе менән барып, бергәләп тауыш бирҙеләр.

Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы
Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы

-Малайҙар бәләкәйерәк булғас, әлегә һайлауҙың нимә икәнен аңлап етмәйҙәр. Һайлауға барабыҙ, тигәйнек, үҙҙәренсә әллә нимәләр уйлап сығарып бөттөләр. Сабыйҙар теленән “Президент менән осрашырға барабыҙ” тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны. Кинйә улыбыҙ хатта, мин Президент менән һаулыҡ һорашам, тип хыялланып ҡуйҙы.

Барҙыҡ. Үҙебеҙҙең һайлауҙы яһаныҡ. Иҫтәлеккә фотоға төштөк. Бик күңелле булды! – ти Лилиә Манапова.

Ысынлап та, районда байтаҡ ғаиләләр өсөн бөгөн һайлауға күмәкләп барыу матур байрамға әйләнде!

Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы
Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы
Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы
Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы
Район хакимиәте башлығы һайлауға ҙур ғаиләһе менән барҙы
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: