-4 °С
Болотло
-Көн һыуыҡ, юл тайғаҡ булыуға ҡарамаҫтан Бөрйәндән ыңғай ғына йөрөп ҡайттыҡ. Тәүге тапҡыр халыҡты ҡабул иттем, төрлө һорауҙар менән тиҫтәнән ашыу кеше килде. Шулай уҡ
махсус хәрби операцияға ярҙам, яугир ғаиләләре, йыртҡыс йәнлектәр һөжүме, кәрәҙле элемтә, ППМИ тураһында репортаждар төшөрҙөк. Тышта эшләргә лә тура килде, әммә тамсы ла өшөтмәне. Әллә Бөрйәндең күркәм кешеләре менән осрашыуҙар күңелде йылытты. Аҫҡар ауылына юл төшһә, үҙем хөрмәт иткән, яҡын күргән коллегам, билдәле журналист, яҙыусы Иршат Телямбетовҡа
инеп сығырмын тип уйлап йөрөй инем. Ике репортажды төшөрөү өсөн шул яҡҡа барырға тура килде, бер юлы Иршат ағай Теләүембәтов менән дә күрештек! – тип хәбәр итә депутатыбыҙ.