Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Октябрь 2023, 08:30

Золом елдәре ҡағылған

Ғәйнуллина Әсмә Рәжәп ҡыҙы – минең өләсәйем. Ул 1932 йылдың 12 июлендә Бөрйән районының Әтек ауылында тыуған. Уның бала сағы hуғыш йылдарына тура килә. Етемлектә үткән бала сағы бик ауыр булған. Репрессия ваҡытында Бөрйән районынан Мырҙабаев Айытбай халыҡ дошманы итеп ҡулға алына. Уларға юлда тап булған Һәҙиә ҡартөләсәйебеҙҙе (өләсәйемдең әсәhе) күреп, “ул да халыҡ дошманы”, тип Айытбай уны ла бергә алып китә.

Золом елдәре ҡағылған
Золом елдәре ҡағылған

Байназар ауылында Мырҙабаевты атып китәләр. Һәҙиә ҡартөләсәйем заман ығы-зығыһы арҡаһында күргән-кисергәндәренән сиргә һабышып, 3 йәшлек кенә ҡыҙын - Әсмәһен, бәләкәй генә Ғәлеһен ҡалдырып, был донъяларҙан китеп бара. Ике бәләкәй бала менән тол ҡалған Рәжәп ҡартолатайым үҙе кеүек балалы тол ҡатын Кәбирә инәйгә өйләнеп, балаларҙы бер ояға йыя. Уртаҡ балалары – Рәғиб, Рәшит, Рафиҡ, Таңһылыу, Кәримә, Рафаэль. Шулай итеп, өләсәйем үгәй әсә ҡулында үҫә.

Ауырлығын яҙып та аңлатырлыҡ түгел: 12 йәштән ҡый утау, мәктәпкә утын килтереү, йәш ҡайынды тәртә hымаҡ бәйләп, елкәгә һалып ташыуҙар, яланаяҡ йөрөүҙәр, етмәһә, өлкән бала булараҡ, бер-бер артлы тыуған ыбы-сыбыр балаларҙы ҡарашыу…

Дәфтәр булмағанлыҡтан, китап битенең аҡ ерҙәренә яҙып уҡығандар. 7-се класты бөтөп, Бөрйән районына уҡырға бара. Етем булғас, ике айҙан hуң мәғариф бүлеге уға Темәс педучилищеhына барырға кәңәш итә. Барып уҡып ҡарағандан һуң, кире ҡайтырға мәжбүр була, сөнки йәшәүенә аҡса, ашарына ризыҡ, кейергә кейем булмай.

Аҙаҡ hалым йыя торған бер бүлеккә эшкә урынлаша. Көндөҙ эштә, кис колхоз бухгалтерияhына ярҙамсы булып эш башлай. «Шуның менән тамаҡ туйҙы, кейем дә булды. Шулай итеп кеше булып киттем», – ти өләсәйем.

Юлиә Ҡотошова,

(2015 йылғы яҙма. Фото Лидия Ҡотошеваның сәхифәһенән алынды).

Автор:
Читайте нас: