«Киләһе йылда «Рәсәй — спорт державаһы» форумы үткәрелә. Ул һәр ваҡыт ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ойошторола. Был юлы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә. 2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Форум ҡунаҡтарының Рәсәйҙең тағы бер үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән танышыу мөмкинлеге бар», — тине Владимир Путин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» ХІ халыҡ-ара форумы эш башланы. Ул 19 октябрҙән 22-һенә тиклем бара. Форумды асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика вице-премьеры Ирек Сәғитов һәм республиканың спорт министры Руслан Хәбибов килде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ»мәғлүмәт агентлығы.
Фото:Валерий Шахов