Минең мәҡәлә гәзит биттәрендә сыҡҡанда Мөхәмәтәшрәф бабайҙан Тыуған иленә хат килеү туҡталыуына ике тиҫтәгә яҡын йыл үтеп бара ине. Туғандары ла күптән уның тере булыуы өмөтөнән төңөлгәйне. Хәйер, ул 1971 йылда яҙған һуңғы хатында үлем сәғәте етә барыуын асыҡ белдергәйне: «Ныҡ ауырыйым, ауырыуым бик ҡурҡыныс – яман шеш ауырыуы. Унан һауығып булмай. Шулай 25 йыл буйына һуҙылған көрәштә еңелергә тура килә инде».
Мин дә үҙемдең мәҡәләмдә Мөхәмәтәшрәф бабайҙың хатындағы һуңғы һүҙен файҙаланып, уны бөтөнләй «үлтереп» ҡуйҙым.
Ләкин... был донъяла мөғжизәләр бар икән әле. Егерме йыл элек «үлгән» бабайыбыҙ «терелгән». Был ҡыуаныслы һүҙҙе кем ауыҙынан ишеткәнмендер, иҫләмәйем. Шунда уҡ мин Сибай ҡалаһына Мөхәмәтәшрәф бабайҙың ҡустыһы Зәки бабайға ашыҡтым.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6-сы һанында уҡығыҙ.