Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Май 2022, 14:40

Ҡоролтай депутаты Бөрйән егетенең ниндәй теләген үтәгән?

Бөрйән егетен БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов 18 йәше менән ҡотлаған һәм уның ҙур теләген тормошҡа ашырған. Кем ул егет? Ниндәй теләген үтәгән? Был һорауҙарға яуап – артабан.

Ҡоролтай депутаты Бөрйән егетенең ниндәй теләген үтәгән?
Ҡоролтай депутаты Бөрйән егетенең ниндәй теләген үтәгән?

“Арслан Асылбаев – Бөрйән районы егете. 

Хәҙер Арслан Өфөлә йәшәй, Өфө урман техникамында уҡый. Ер эштәре белгесе буласаҡ. Артабан белем алыуын дауам итеп, юғары белемгә эйә булырға ла теләге ҙур.

Ул ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай. Социаль селтәрҙәрҙә бик әүҙем. Йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына. Уны бигерәк тә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге ныҡ ҡыҙыҡһындыра.

Арсландың парламентты эстән күреү теләге ҙур ине һәм мин уны бәлиғ булған көнө уңайынан үҙебеҙгә саҡырҙым, 18 йәше менән ҡотланым.

Егеттең бик тәрбиәле, тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы һиҙелеп тора.

Әгәр ҙә барлыҡ йәштәр ҙә Арслан һымаҡ икән, мин республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн тынысмын, - тип яҙған үҙенең сәхифәһенә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.

 

Ҡоролтай депутаты Бөрйән егетенең ниндәй теләген үтәгән?
Ҡоролтай депутаты Бөрйән егетенең ниндәй теләген үтәгән?
Ҡоролтай депутаты Бөрйән егетенең ниндәй теләген үтәгән?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: