«Иртәме-һуңмы дәүләт хеҙмәтен ҡалдырасағымды аңлайым, әлбиттә, хеҙмәт юлымды юғары уҡыу йортонда уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән тамамлау яҡшы булыр ине. Үҙемдең тәжрибәмде студенттарға тапшырырға һәм уларға лекциялар уҡырға теләгәйнем. Интеллектуаль эшмәкәрлек мейене әүҙемерәк эшләргә мәжбүр итә, шунһыҙ кеше һүнә, минеңсә, ғилми һәм уҡытыу эше – мейе өсөн иң яҡшы күнекмә. Республика етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, ҡайһы берҙә һеҙгә килеп, лекциялар уҡырға тигән уйым бар ине. Ләкин һуңынан Башҡортостан етәксеһенең эш графигы лекцияларға яҡшы итеп әҙерләнергә мөмкинлек бирмәүен аңланым, быны формаль рәүештә генә эшләргә теләмәйем», – тине Радий Хәбиров.