Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Октябрь 2018, 12:25

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарының эшен уңайлы мөхит булдырыуҙағы уңыштары буйынса баһалай

17 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡ өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Был мәсьәлә — иң мөһимдәренең береһе һәм уға «етди иғтибар бүлеү» күҙаллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.

17 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡ өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Был мәсьәлә — иң мөһимдәренең береһе һәм уға «етди иғтибар бүлеү» күҙаллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.



Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Туманин һөйләүенсә, 2018 йылда йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһына 1205 объект индерелгән. Уларҙың тышҡы яғы, ҡыйығы, инженер селтәрҙәре һәм лифттар яңыртыла.


«Төҙөкләндереү программаһы 228 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала. Башҡортостандың барлыҡ ҡала округтарында һәм муниципаль райондарында 403 ихата һәм 122 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелә», — тип билдәләне министр вазифаһын башҡарыусы.


Радий Хәбиров үҙгәрештәрҙең һәм ремонттың бер урында ғына булырға тейеш түгеллегенә баҫым яһаны. Шулай уҡ төбәк етәксеһе балалар майҙансыҡтарында именлекте тәьмин итеү кәрәклегенә иғтибар итте.


«Баланың һаулығына зыян килтерерҙәй ҡорамалды заманса хәүефһеҙлек нормаларына һәм талаптарына тап килгән яңыһына алмаштырыу зарур», – тине ул.


Ҡала һәм район башлыҡтарының эшен халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу буйынса баһалайым, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Быға федераль бюджет аҡсаһын йәлеп итеү дәрәжәһе лә инә.


«Күләмле проекттарҙы төбәк, муниципалитеттар көсө менән генә ғәмәлгә ашырып булмай», — тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Читайте нас: