Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июнь 2018, 19:24

Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышында

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А.Әлибаков рәйеслегендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы булды.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А.Әлибаков рәйеслегендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы булды.

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары, полиция капитаны И. Ишҡолов “Мәк-2018” оператив-профилактик операцияһының беренсе этабы үтеүе һәм уның һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһаны. Сығыштан күренеүенсә эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан мәғариф учреждениеларында 18 профилактик сара үткәрелгән, брошюралар таратылған, район гәзите биттәрендә наркоманияға ҡаршы йүнәлтелгән мәкәләләр донъя күргән. Иҫке Собханғолда хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға, шул иҫәптән наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының “Ышаныс телефоны”ның һөҙөмтәлелеген, халыҡтың ышанысын арттырыуға йүнәлтелгән баннер урынлаштырылған, бүлек хеҙмәткәрҙәренә тейешле бурыстар еткерелгән, районға килгән-киткән сит ил граждандарына ҡарата эш тейешле контролгә ҡуйылған.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ йәштәр араһында үткәрелгән профилактик саралар тураһында үҙәк дауахананың баш табибы И.Фәтҡуллин таныштырҙы.



Наркотиктар ҡулланыуға, уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу буйынса 2015 – 2019 йылдарға иҫәпләнгән муниципаль программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында алып барылған эштәр тураһында район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе И. Исламов сығыш яһаны.

-Планда ҡаралған барлыҡ саралар ҙа тулы күләмдә башҡарыла. “Спорт наркотиктарға, алкоголизмға һәм тәмәке тартыуға ҡаршы” девизы аҫтында волейбол, хоккей, мини-футбол буйынса ярыштар даими үтте, “Инсебикә”, “Йәш спезназовсы” профиль һәм “Ағиҙел” балалар-һауыҡтырыу лагерҙарында профилактик саралар алып барылды, ул әле лә дауам итә, даими рәүештә йәмәғәт рейдтары үтә. Ауыл хакимиәттәрендәге йәштәр менән эшләүсе белгестәр тарафынан да был йүнәлештә, һау-сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға ҡоролған саралар үтеп тора. “Мәсем” автономлы йәштәр-үҫмерҙәр клубы тарафынан төрлө саралар ойошторола, наркоманияға ҡаршы класс сәғәттәре, ата-әсәләр йыйылыштары үткәрелде, видеофильмдар күрһәтелде, буклеттар таратылды, тип ошоғаса эшләнгән эш барышы менән таныштырҙы И.Исламов комиссия ағзаларын.

Фекер алышыуҙарҙан һуң А. Әлибаков:
-Профилактик эште лә, составында наркотик матдә булған үҫемлектәрҙең таралыуына ла ныҡлы кәртә булдырыу буйынса эште көсәйтергә кәрәк. Сит илдәрҙән килгән кешеләргә лә ныҡлы күҙ-ҡолаҡ булырға тейеш. Тейешле органдар, ойошма-учреждениелар тарафынан билдәле кимәлдә эштәр алып барыла, уны тағы ла йәнләндерергә кәрәк. Ауыл хакимиәте башлыҡтары ла үҙ биләмәләрендә ысын хужа булырға тейеш, бәлә килерен көтмәйенсә алдан сара күреү бөгөн мөһим. Һәр ауылда тиерлек мәк сәскәһе үҫтереүселәр бар, элек ферма, мал аҙбарҙары, ялан кәртәләр булды. Ул урындарҙа бөгөн киндер үҫмәй тип әйтеп булмай. Ауыл хәкимиәттәре ҡарап, кисекмәҫтән мәк үҫтереүселәрҙе иҫкәртергә, киндер үҫә икән уларҙы саптырыу саралары күрергә бурыслы,тип ултырышты йомғаҡланы А.Әлибаков.

Ултырыш һуңында ҡарар ҡабул ителде.

Р. Шәмиғолов.

Читайте нас: