Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов партияның XVII съезында берҙәм рәсәйҙәрҙең Рәсәй Президентын һайлауҙа милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе. Төбәк етәксеһе форумда партия ағзалары делегацияһын етәкләй.
«Беҙ, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың кандидатураһын яҡлайбыҙ һәм партия ошо йәһәттән ышаныслы, ныҡлы эшләһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ», — тип һөйләне журналистарға Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы Юғары һәм Генераль советтарҙың уртаҡ ултырышында ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында һөйләне.
«Партия етәкселегенең уртаҡ ултырышында ҡабул ителгән ҡарарҙар һуңғы документтарҙы, атап әйткәндә, партия уставын нормаға килтереүгә йүнәлтелгән. Юғары һәм Генераль совет ағзаларының был структураларҙан сығыу һәм яңы ағзалар ҡабул итеү тураһында ғаризалары тикшерелде. Юғары советтан 10-15 яңы ағза съезға һайланыу өсөн кәңәш ителде. Бынан тыш, партияның «Ҡала мөхите», «Хәүефһеҙ юлдар», «Ныҡлы ғаилә» проекттары етәкселәре бүләкләнде».
Съезда партия проекттарын тормошҡа ашырыу баһаланды.
«Беҙ ҙур республика һәм партия проекттарына ҙур ғына ресурстар алабыҙ һәм тағы ла күберәк аласаҡбыҙ, сөнки был эш дауам итә. Финанстар халыҡ иҫәбенә ҡарап тиң бүленә, беҙ халыҡ буйынса илдә етенсе булғас, бүленәсәк өлөш тә ҙур була, әлбиттә», — тип һөйләне республика Башлығы.
Башҡортостан «Ғаилә» проекттары, экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү юҫығында һәйбәт эшләне, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
«Беҙ һәр саҡ яҡшы кимәлдә, әйтеп үткәндә, депутаттарыбыҙ был ресурстарҙы бүлгәндә әүҙемлек күрһәтә, ә муниципалитеттар, ҡалалар был аҡсаларҙы үҙләштереү һәм яңы объекттар төҙөү йәһәтенән яҡшы эшләй. Киләһе йылда ла шулай буласаҡ».