Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Декабрь 2017, 11:31

Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Республика парламентына үҙенең бишенсе мөрәжәғәтендә Рөстәм Хәмитов алдағы йылдарға һәм алыҫ перспективаға Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләне.
Кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, илдең иҡтисади һәм социаль үҫешендә лидерҙарҙың береһе булған Башҡортостандың артабанғы үҫеше – бөтә республика Президенты мөрәжәғәттәренең төп фекере булды һәм шулай булып ҡала.
Сығышын башлап төбәк башлығы, республиканың ҡаҙанышы – ул бер нисә быуын хеҙмәткәрҙәренең тырышлыҡ һөҙөмтәһе, тип билдәләне.
— Эш кешеләре – иҡтисадтың төп этәргес көсө. Нәҡ уларҙың профессиональ әҙерлеге, компетенциялары, белемдәре һәм оҫталыҡтары иҡтисади һәм социаль именлектең тотороҡло нигеҙен булдыра, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе ябай кешеләрҙең йыш ҡына сәйәсәт ҡорбандары булып ҡалыуҙарын билдәләне. Миҫал сифатында Рөстәм Хәмитов, хаҡтарҙың кинәт артыуына, предприятиеларҙың ябылыуына, күмәк кешеләрҙең эшһеҙ ҡалыуына килтергән, уйлап еткерелмәгән баҙар үҙгәртеп ҡороуҙарын һәм иҡтисади көрсөктө атаны.
— Былар барыһы ла иң тәүҙә ябай кешеләрҙә сағылыш таба, уларҙы фәҡирлек сигенә этәрә — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, 21 быуат башы — «илдең яңынан тупланыу, уның иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты».
— Бында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың айырым роле тураһында билдәләп үтергә кәрәк. Уның сәйәси ихтыяжы менән эҙмә-эҙлекле дәүләт стратегияһы нығытыла.
Рөстәм Хәмитов, минималь эш хаҡын арттырыу әлегә йәшәү минимумы күләмененең күтәрелеүенә өлгөрмәй, тип билдәләне.
— Был мәсьәләне ваҡытында хәл итергә кәрәк. Кешеләрҙең финанс именлегендә экономияларға ярамай, — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы, «төп өҫтөнлөктәребеҙ иҫәбендә — аҙ тәьмин ителгән халыҡҡа социаль булышлыҡ итеүҙе көсәйтеү», тип айырып әйтте.
— Дүрт йыл эсендә пособиеларҙы, компенсацияларҙы, пенсияға өҫтәмәләрҙе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләүгә субсидияларҙы түләүгә сығымдар бер ярым тапҡырға үҫте. Һәм йыл һуңына 8 миллиард һумға етәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың үҫеүе менән бәйле адреслы социаль түләүҙәргә генә быйыл республика ҡаҙнаһында 700 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Ул аҙ килемле халыҡтың, пенсионерҙарҙың финанс хәлен яҡшыртырға ярҙам итәсәк.
— Быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының үҫеше ҙур булды. Федераль тариф хеҙмәте был мәсьәләлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларына булышлыҡ итте, — тип билдәләне республика башлығы. — Пенсионерҙарҙың, түбән эш хаҡы алған кешеләрҙең кеҫәләренә ныҡ ҡына «һуғыусы» бындай үҫеш темптарын артабан булдырмаҫҡа кәрәк.
Шуның менән бәйле Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең тейешле бүлектәренә киләһе йылда тарифтарҙы арттырыу кимәлен минималь күрһәткестәргә тиклем ҡайтанан ҡарарға ҡушты. Башҡортостан Президенты 2015 йылдың тәүге ярты йыллығында пенсионерҙарға һәм аҙ килемле граждандарға адреслы социаль түләүҙәр түләүгә төбәк бюджетында саралар ҡарарға йөкләмә бирҙе.
— Өҫтәүенә быйыл кинәт арттырылған түләүҙәрҙе компенсациялауҙы дауам итергә кәрәк, — тине республика башлығы.
Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәтенең социаль һәм иҡтисади блоктарына ғилми ойошмалар ҡатнашлығында киләсәккә бөтә эре белгестәр буйынса төбәктең тармаҡ-ара балансын һәм перспективалы ихтыяж прогнозын әҙерләргә ҡушты.
— Прогноздар буйынса, алдағы йылдарҙа республикала эшкә яраҡлы йәштәге халыҡ һаны кәмейәсәк, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Бынан сығып кеше ресурстары менән идара итеү буйынса эштәрҙе уйлап планлаштырырға кәрәк.
Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса прогноз яңы предприятиелар асыуҙы, файҙаһыҙ производстволарҙың бер өлөшөн ябыуҙы, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы, шулай уҡ демографик хәлдең үҙгәрешен иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш.
Рөстәм Хәмитов төбәктә демографик хәлдең яҡшырыуын билдәләне.
— Һуңғы йылдарҙа республикала демографик хәл яҡшыра: тыуым арта, үлем осраҡтары кәмей. Халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә, ғүмер оҙонлоғо арта. Демографик күрһәткестәр ҡайһы ваҡыт макроиҡтисади индикаторҙарға ҡарағанда, күберәк йәмәғәт үҫешенең кимәле хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһенең әйтеүе буйынса, бер ил халҡының үҫешенә төрлө факторҙар йоғонто яһай, уларҙың араһында иң мөһимдәре – медицина хеҙмәтләндереүе, сифатлы торлаҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгәнлек, социаль яҡлауҙы ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, социаль оптимизм.
— Республика Хөкүмәте ошо бөтә йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып бара, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
— Республика кешеләре, эшсәндәре — беҙҙең иң мөһим стратегик ресурс һәм етәкселек иғтибарының төп объекты, — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика парламенты депутаттары алдында сығыш яһап.
Республика башлығы эшләүсе халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, хеҙмәт темаһын бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе өсөн төп тема сифатында һайлаған.
— Властың бурысы — ғәҙел эш хаҡын түләү, һаулыҡты нығытыу, квалификацияны күтәреү, лайыҡлы тормош кимәле һәм сифаты менән тәьмин итеү өлөшөндә эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, — тип эштең артабанғы йүнәлешен билдәләне Башҡортостан Президенты. — Бөтә власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары тармаҡтарының һәм кимәлдәренең үҙ-ара тығыҙ эш итеүе талап ителә. Иҡтисади хәл ҡатмарлы, ҡайһы бер сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы төшөнкө кәйеф өсөн сәбәп булып торорға тейеш түгел. Ошо яңы ысынбарлыҡты тағы ла әүҙем эшмәкәрлек өсөн дәртләндереү сараһы, эске резервтарҙы асыҡлау һәм ҡулланыу өсөн мөмкинлек итеп ҡабул итергә кәрәк.
Башҡортостан Президенты өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә аҙ тәьмин ителгән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтеү кәрәклеген БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләне.
— Бюджет өлкәһе етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренең «һигеҙгә бер» нисбәте менән айырмала эш хаҡын сикләп, дәүләт бик мөһим аҙым яһаны. Был ҡарарҙы иҡтисадтың реаль секторында ла таратыу мөһим тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе, «бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы яҡшы темптар менән үҫһә, иҡтисадтың реаль секторында үҫеш динамикаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары түгел. Был өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы былтыр 4,5 процентҡа артты, ул республика буйынса уртаса эш хаҡын күтәреү темптарынан 6 процентҡа тиерлек түбән», тип иҫәпләй.
— Эшләүсе кеше ярлы булмаҫҡа тейеш, ә беҙҙең структурала халыҡтың 60 проценттан ашыуы – предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре аҙ тәьмин ителгән, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ауыл, урман хужалығы һәм еңел сәнәғәт «лидерҙар» булып тора. Хеҙмәт кешеләренә фәҡирлек ҡыҫымынан сығырға ысынлап та ярҙам итергә кәрәк. Мәҫәлән, үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән социаль килешеүҙәр төҙөү практикаһын үҫтерергә.
Проблеманы хәл итеү механизмдары иҫәбендә республика башлығы тармаҡта эш хаҡын көйләүҙе атаны.
— Министрлыҡ, приедприятиелар етәкселәренә мөрәжәғәт итәм — хеҙмәткәрҙәргә ғәҙел хеҙмәт хаҡы түләү мәсьәләһе һеҙҙең өсөн иң мөһиме булырға тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов хеҙмәт баҙараның сифатлы үҙгәреүен, һанлы технологияларҙың килеүе менән яңы мәшғүллек формаларын, глобаль һан инфраструктураһын булдырыуҙы, көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе булараҡ интеллектуаль хеҙмәтте автоматлаштырыуҙы билдәләне.
— Бындай «аҡыллы ысынбарлыҡтың» үҫешендә фән айырым ролде башҡарырға тейеш. Һуңғы тиҫтәләгән йылдарҙа системалы эшмәкәрлек булмағанлыҡтан, ысын интеллектуаль һәм етештереү көсө булараҡ, ул күп нәмәлә үҙ позицияһын юғалтты, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. — Республикала фәнде үҫтереү стратегияһы, ғилми-техник сәйәсәт менән берҙәм идара итеү системаһы юҡ. Ғалимдар, производствола эшләүселәр һәм бизнес араһында ла һөҙөмтәле диалог юҡ.
Төбәк етәксеһенең фекере буйынса, ул ғилми ойошмаларҙың көсһөҙләнеү һәм производствоның фәндән ситләшеү һөҙөмтәһе булып тора.
— Ғалимдар йылдар буйына үҙҙәренең эштәрен практикаға индерә алмай. Предприятиеларҙа тикшеренеү үҙәктәре, лабораториялар, эксперимент оҫтаханалары ҡалманы тиерлек. Бөгөн ғилми-ғәмәли конференцияларҙа производствола эшләүселәрҙе һирәк осратырға мөмкин. Ғилми эште финанслау кәметелгән, – тине республика башлығы.
Республикала ғилми-тикшеренеү эшенә сығымдар күләме тулайым төбәк продуктынан 0,5-0,6 процент тәшкил итә, ул бик әҙ. Модернизация әкрен бара. Предприятиелар иҫке, йәки импорт технологияларҙы һәм ҡорамалдарҙы ҡулланып шунда уҡ килем алыуға маҡсат ҡуйған.
— Инновацияларҙы индереү һәм импортты алмаштырыу дәүләт кимәлендәге бурысҡа әйләнгәс, һеҙҙең бер-берегеҙгә ҡаршы хәрәкәт итеүегеҙҙән, сәнәғәттең илебеҙҙең ғилми эштәренә иғтибар итеүҙән, үҙ ғилми продукцияларҙы сығарыуға күсеүҙән иҡтисатыбыҙҙың көнәркәшлеккә һәләтлеген күтәрә аласаҡбыҙ, – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов ғалимдарға һәм производствола эшләүселәргә.
Башҡортостан Президенты һуңғы йылдарҙа республикала эшһеҙлек кимәленең кәмеүен билдәләне.
— 2010 йылда эшкә тотоноп, республиканың яңы Хөкүмәте күп кенә социаль проблемаларға юлыҡты. Беренсе планға бөтәһе өсөн ябай һәм асыҡ өҫтөнлөктәр сыҡты: эш, эш хаҡы, торлаҡ. Бөгөн был йүнәлештәр буйынса ыңғай һөҙөмтәләр бар тип әйтергә мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы дүрт йылда эшһеҙҙәр һаны Башҡортостанда 40 процентҡа кәмене. Ул күбеһенсә, 50 меңгә яҡын яңы эш урыны биргән (өҫтәүенә уларҙың 70 проценттан ашыуы – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа), инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡты.
Республика етәксеһе, эш хаҡы 1,4 тапҡырға тиерлек үҫте, шул иҫәптән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең – 1,7 тапҡырға, тип айырып әйтте. Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре хәтһеҙ артҡан. Дүрт йылда 10 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
— Йыл һайын социаль өлкәлә финанс сығымдар күбәйә. Республика был маҡсаттарға тупланған бюджеттың 70 проценттан күберәген йүнәлтә. 2010 йыл менән сағыштырмаса, мәғарифҡа, һаулыҡҡа, мәҙәниәткә, мохтаждарға ярҙам итеүгә, спортҡа, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә һалынған саралар күләме бер ярым тапҡырҙан ашыуға артҡан һәм быйыл 130 миллиард һумдан уҙған, — тип билдәләне төбәк башлығы.
Материал Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: