Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ноябрь 2017, 13:15

Башҡортостандың киләсәге компетенцияларҙа, креатив һәм инициативалы белгестәр, йәштәр һәләтендә – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 30 ноябрҙә республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Төбәк етәксеһе республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, уның иҡтисадын нығытыу буйынса төп бурыстарҙы атаны.

Башҡортостандың киләсәге компетенцияларҙа, креатив һәм инициативалы белгестәр, йәштәр һәләтендә – Рөстәм Хәмитов
Фото: Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 30 ноябрҙә республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Төбәк етәксеһе республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, уның иҡтисадын нығытыу буйынса төп бурыстарҙы атаны.
«Яңы иҡтисад сифатына илткән төп факторҙар булып хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше тора. Башҡортостан алты һынау төбәк иҫәбендә тейешле федераль программаға инә. Шундай уҡ төбәк программаһын әҙерләү тора. Унда ҡатнашҡан предприятиеларҙың был күрһәткесте 2025 йылға кәмендә 30 проценттҡа арттырыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең бурыс – хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса илдең ун алдынғы төбәгенә инеү. Уны уңышлы хәл итеү күбеһенсә белгестәрҙең компетенцияһына бәйле. Уларға сифатлы яңы процестар эшләтеп ебәреү зарур. Бер үк ваҡытта инвестициялау, етештереү базаһын һәм кадрҙар потенциалын нығытыу мотлаҡ».
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, бөгөн тәү сиратта хеҙмәт, шул иҫәптән интеллектуаль ресурстар теләһе ҡайһы биләмә үҫешенең төп этәргес көсө булып тора. Республиканың киләсәге компетенцияларҙа, бөтә өлкәләрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр булдыра алған креатив һәм инициативалы белгестәр, йәштәр һәләтендә.
«Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә 90-сы йылдар аҙағында демографик «соҡор» булыу сәбәпле 2030 йылға 35 йәшкәсә йәштәр һаны яҡынса дүрттән бер өлөшкә кәмейәсәк. Был шарттарҙа илдә, Рәсәй иҡтисадында һәр йәш кеше ҡәҙерле булып китә, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. — Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт кимәле, уларға ҡуйылған тормошҡа ынтылыш даирәһе, инновацияларға әҙерлек – республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, иҡтисадты нығытыу өсөн алдағы ун йылға төп фактор һәм ресурс ул».
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһе тексын «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында уҡырға мөмкин.