Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ноябрь 2017, 18:32

Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын оҙайтты һәм уны файҙаланыу ысулдарын өҫтәне

Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын оҙайтты һәм уны файҙаланыу ысулдарын өҫтәне. Был хаҡта дәүләт башлығы балалар мәнфәғәттәрендә Милли ғәмәлдәр стратегияһын бойомға ашырыу буйынса координация советы ултырышында белдерҙе.
Әсәлек капиталы программаһы эшләй башлағандан алып 11 йыл үтте. Был сара икенсе бала табыу өсөн һәйбәт стимул булды. Президент әсәлек капиталы киләһе йылдың аҙағында тамамланырға тейеш булғанлығы хаҡында һөйләне.
«Йыш ҡына кешеләр миңә «артабан нимә булыр?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Әсәлек капиталы программаһын 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға, бынан тыш, уны файҙаланыуҙың өҫтәмә мөмкинлектәрен индерергә тәҡдим итәм, атап әйткәндә, мохтаж ғаиләләргә әсәлек капиталы аҡсаһын айлыҡ түләү рәүешендә алырға мөмкин», — тине Владимир Путин.
Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, түләүҙәр төбәктә бала өсөн йәшәү минимумы дәүмәлендә һәм килеме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумының бер ярымлыҡ дәүмәленән артмаған ғаиләләргә билдәләнә (баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн).
«Хәҙер әсәлек капиталын мәктәпкәсә йәшкә белем биреү хеҙмәттәрен түләүгә, анығыраҡ әйткәндә, ике айҙан уҡ баланы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн ҡулланырға мөмкин. Быға ихтыяж ҙур икәнен беләм. Атап әйткәндә, әсә кеше бала тыуғандан һуң эшен йәки белем алыуын дауам итә ала», — тине Президент.
http://www.bashinform.ru/bash/
Читайте нас: