Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ноябрь 2017, 17:29

Рөстәм Хәмитов: «Республикала һайлауҙар асыҡ һәм ғәҙел үтәсәк»

Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы, асыҡ һәм ғәҙел үтәсәк, тип белдерҙе үҙ фекерен «Рәсәй – Башҡортостан радиоһы»на интервьюла республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы, асыҡ һәм ғәҙел үтәсәк, тип белдерҙе үҙ фекерен «Рәсәй – Башҡортостан радиоһы»на интервьюла республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостанда йыл һайын тиерлек һайлауҙар уҙа, тип билдәләне төбәк етәксеһе. 2018 йылдың мартында республика халҡы Рәсәй Федерацияһы Президентын, ә сентябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡ.
— Һайлау комиссияһы был эшкә әҙерләнә, әлбиттә. Улар үҙаллы әҙерлек алып бара, беҙҙең контроль аҫтында түгел. Уларҙың үҙ власть вертикале – Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың барлығы хаҡында хәҙер матди ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән саҡта ғына белдем. Уларға камералар һатып алырға, финанс тәьминәт, территориаль комиссияларҙа даими эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләү өсөн аҡса кәрәк. Үҙаллы эшләүҙәре, матди һорауҙарҙан тыш, башҡа үтенестәр менән ахыр сиккә еткермәүҙәре бик һәйбәт.
Власть та үҙ яғынан Үҙәк һайлау комиссияһы алдында ғәҙел һәм асыҡ һайлауҙар ойоштороуҙан тыш, бер ниндәй бурыстар ҡуймай, тип билдәләне республика Башлығы.
— Бөгөнгө көнгә һайлауҙар мөмкин тиклем асыҡ булырға тейеш. Был беренсе. Икенсе – кешеләр Президент һайлауҙар һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙар ваҡытында был сараларға ил һәм республика яҙмышы өсөн яуаплы булыу тойғоһонан сығып килергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Демократия, тәү сиратта, граждандарҙың һайлау процестарында һәм һайлауҙар аша властың һайланған органдарын булдырыуҙа ҡатнашыуын күҙаллай. Был йәһәттән, кешеләр һайлау участкаларына килһен өсөн ышандырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Һүҙ менән инандырырға һәм башҡа бер нимә менән дә түгел.
Төбәк етәксеһенең һүҙҙәренсә, һайлау алды кампанияһы оппоненттар араһында ҡайһы берҙә бәхәстәр башланған «турбулентлыҡ» осоро булып тора. Шуның менән бәйле республика Башлығы ҡатнашыусыларҙы һайлау процесында мөнәсәбәттәрҙе кешесә, тыныс формала асыҡларға саҡырҙы.
— Һайлауҙар республикала ойошҡанлы, заманса, иң мөһиме – асыҡ һәм ғәҙел үтер тип ышынам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был Үҙәк һайлау комиссияһы, бөтә власть, муниципалитеттар, граждандар үҙҙәре лә эшләргә тейеш нәмә. Шуға һайлауҙарҙы тап ошо форматта үткәрербеҙ.


"Башинформ"дан

Читайте нас: