Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Ноябрь 2017, 11:10

Эштәр барланды, бурыстар билдәләнде

“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең сираттағы конференцияһы үтте. Уның эшендә партияның тәүге ойошмаларынан һайланған 37 делегат, шулай уҡ урындағы политсовет, мандат, контроль-ревизия комиссиялары ағзалары ҡатнашты.

Партия конференцияһында


“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең сираттағы конференцияһы үтте. Уның эшендә партияның тәүге ойошмаларынан һайланған 37 делегат, шулай уҡ урындағы политсовет, мандат, контроль-ревизия комиссиялары ағзалары ҡатнашты.

Конференцияның эшсе органдары һайланып, көн тәртибе раҫланғас партияның урындағы бүлексәһенең ағымдағы йылдағы эшмәкәрлеге тураһында төп доклад менән партияның урындғы бүлексәһе секретары, район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов сығыш яһаны.

- Бөгөн партияның сираттағы конференцияһы үтә. Партияның 37 тәүге ойошмаһында 582 ағза һәм 405 партия яҡлылар иҫәпләнә. Отчет осоронда политсоветтың 14 ултырышы үткәрелде, ойошмаға йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, инициативалы, ҡушылған эшкә яуаплы ҡараған 63 яңы ағза һәм 106 партия яҡлылар ҡабул ителде, ғаризаларына ярашлы 6 кеше партиянан сығарылды.

Йыл дауамында урындағы бүлексәнең ойоштороу эшмәкәрлеге нигеҙҙә фиркәнең һәм уның һәр ағзаһының абруйын күтәреүгә, хылыҡтың ышанысын арттырыуға йүнәлтелде. Иҫтәлекле даталар- Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Рәсәй, Халыҡтар берҙәмлеге көндәре, милли байрамыбыҙ –һабантуй партияның һәм партия ағзаларының әүҙем ҡатнашлығында үтте.

Партия тарафынан күтәрелгән “Аныҡ эштәр”, “Балалар спорты”, “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекттарын район биләмәһендә тормошҡа ашырыу маҡсатында тәүге ойошма әүҙем эш алып барҙы һәм был эштәр дауам итә. Партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан бүленгән 474200 һум аҡсаға Байназар урта мәктәбенә баскетбол майҙансығы өсөн кәрәкле ҡоролмалар алып урынлаштырылды. 5 октябрҙә Дәүләт Думаһы депутаты З. Байгусҡаров ҡатнашлығында майҙансыҡты асыу тантанаһы үтте. “Балалар спорты” проекты сиктәрендә Аҫҡар урта мәктәбенең спорт залына 600 мең һумға капитал ремонт үткәрелде, уҡыусылар һәм тотош ауыл халҡы бөгөн был мөмкинлектән әүҙем файҙалана. “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты ла уңышлы ғына тормошҡа ашып бара. Районда ғына түгел, сит тарафтарҙа ла билдәлелек яулаған ”Ҡурыуҙы” фольклор, “Арғымаҡ” өлгөлө бейеү ансамблдәре, мобиль ҡитапхана эшләгән Байназар мәҙәниәт йортона музыкаль аппаратура һәм инструменттар, сәхнә костюмдары алыу өсөн 1млн. 553 мең һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелде. Партияның “Аныҡ эштәр” проекты һәм халыҡ инициативаһы менән генә лә быйыл 18 объектҡа финанс ярҙамы күрһәтелде. Был эштәргә объекттарҙы ремонтлау, тәҙрәләрҙе алыштырыу, гидранттар урынлаштырыу, сәхнә костюмдары, музыка ҡоралдары, спорт өсөн кәрәк-яраҡтар, әҙәби китаптар һатып алыуҙы индерергә була. Әле БРДМ-2 хәрби разведка-дозор машинаһы ҡайтарылды, ул Иҫке Собханғол урта мәктәбе алдындағы майҙанда постаментҡа ҡуйыласаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса йүнәлтелгән аҡсаға Исламбай, Яңы Усман, Мораҙым, Мәһәҙи, Мәксүт, Ҡотан, Ғәҙелгәрәй, Яңы Мөсәт һәм Тимер мәҙәниәт йорттарына материаль ярҙам күрһәтелде, Исламбай, Иҫке Монасип, Байназар, Әбделмәмбәт мәҙәниәт йорттарының материаль-техник базаһы нығытылды, яңы костюмдар, музыка ҡоралдары алынды. Үрҙә телгә алынғандан тыш партияның урындағы бүлексәһе тарафынан районда “Мин йәшәгән ауыл”, “Таҙа республика”, “Таҙа Агиҙел”, “Таҙа шишмә”, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акциялары, экологик өмәләр үтте.

Партия сафын үҫтереү, партия яҡлыларҙы арттырыу йәһәтенән Иҫке Собханғол (Б.Йәнғужин), Кейекбай(И.Сәйфетдинов), Ҡыпсаҡ (Р.Сәйфетдинов), Байназар-1 ) Ф.Мөхәмәтйәнов, Яңы Мөсәт (Н.Шәрипова), Ағиҙел (С.Сәйәхова), Үҙәк (Н.Ишниязова) һәм Ҡолғана (И.Ҡулбирҙин) тәүге партия ойошмаларының эше маҡтауға лайыҡ.

Партия ағзаларының квалификацияһын күтәреү йәһәтенән дә даими эш алып барыла. Отчет осоронда урындағы башҡарма комитет, фракция етәкселәре, партия яҡлылар Советы рәйестәре өсөн, “Яҡты-күл” шифаханаһы базаһында тәүге партия ойошмалары етәкселәре өсөн семинарҙар ойошторолдо. Партия һәм уның ағзалары, партия яҡлылар урындарҙа үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша, үҙ өлөшөн индерә, халыҡты әйҙәй.

Партия баҫмаһы “Берҙәм Рәсәй. Башҡортостан”ға яҙылыу барышы тураһында ла әйтеп китеүҙе урынлы тип иҫәпләйем. Әлеге көндә подписка тейешле кимәлдә бара тип әйтеп булмай. Ни бары 52 партия ағзаһының ғына ҡулына абонемент алыуы аңлашылып етмәй. Яҡташыбыҙ, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илдар Исмағил улы Ғәбитовҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм, ул быйыл да партия матбуғатына яҙылыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте, һайлаусылары- Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға “Берҙәм Рәсәй. Башҡортостан” гәзитенә 16 абонемент бүләк итте. Урындағы бүлексә иһә 20 партия ағзаһын гәзиткә яҙҙырҙы. Подписка тамамланыуға күп ҡалманы, был йүнәлештә эште бермә-бер әүҙемләштереү кәрәк һәм һәр партия ағзаһы быны үҙенең бурысы тип ҡабул итһен ине.

Беҙгә киләсәктә лә эште кадрҙар менән, йәштәр һәм ветерандар, профсоюз ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә алып барырға кәрәк. Йәмғиәтте туплау, эшебеҙҙе, энергиябыҙ һәм тәжрибәбеҙҙе төрлө кимәлдәге мәсьәләләрҙе, халыҡтың проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтеү алдағы көндәрҙә лә беҙҙең төп бурысыбыҙ булып ҡала.

2018 йылда беҙҙе мөһим сәйәси сара - Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы көтә. Урындағы бүлексә партия күрһәткән кандидат өсөн бар тырышлығын, бар көсөн һалып эшләйәсәгенә ышаныс ҙур, тип тамамланы сығышын партияның урындағы бүлексәһе секретары, район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов.

Төп докладтан һуң делегаттар контроль-ревизия комиссияһы рәйесе Г.Солтанбаеваның отчет осорондағы эшмәкәрлеге тураһында сығышын тыңланы.

Көн тәртибенә ярашлы, урындағы бүлексәнең политсоветы ла яңыртылды.

Үҙәк һәм Иҫке Собханғол тәүге партия ойошмаалары етәкселәре Нурсилә Ишниязова менән Баязит Йәнғужин политсовет составына һайланды.

Форумда “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлеге конференцияһына асыҡ тауыш биреү юлы менән Илдар Ишморатов делегат итеп һайланды.

Конференция һуңында партияның яңы ағзаларына билеттар, партия тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Р.Шәмиғолов

Читайте нас: